+27 °С
Облачно
VKOKTelegram

Ауыл тренерына - миллион һумлыҡ сертификат

"Ауыл тренеры" һәм "Ҡала тренеры" программалары буйынса Башҡортостанда ошоға тиклем 200-ҙән ашыу остаз дәүләт ярҙамы  алған. 

Ауыл тренерына - миллион һумлыҡ сертификатАуыл тренерына - миллион һумлыҡ сертификат
Ауыл тренерына - миллион һумлыҡ сертификат

Тәүҙә ул 600 мең һумлыҡ булһа, хәҙер 1 миллион һумлыҡ сертификаттар тапшырыла.

Әйткәндәй, Башҡортостан хөкүмәтенең вице-премьеры, спорт министры Руслан Хәбибов "Ауыл тренеры" проекты буйынса ғаризалар ҡабул ителә башлауы тураһында хәбәр итте. Документтарҙы 2026  йылдың  29 майына тиклем Совет урамы, 18, 4-се бүлмә адресы буйынса тапшырырға кәрәк.

Фото: vk.com.

Автор:Эльвира Әсәҙуллина
Читайте нас