

Был парад йыл һайын 7 ноябрҙә Самарала уҙа. 1941 йылда был ҡалала хәрби парад үткән һәм унан һуң күптәр тура фронтҡа юлланған.
"Беҙҙең егеттәр Хәтер парадында "Берҙәм Рәсәй" партияһы ярҙамы менән ҡатнаша. Уларға уңыштар теләйем һәм иң изге теләктәремде еткерәм", - тип яҙҙы республика Башлығы Радий Хәбиров социаль селтәрҙәге сәхифәһендә.
Фото: vk.com.