+12 °С
Облачно
VKOKTelegram

Изге эшкә ҡушылайыҡ

"Берҙәм Рәсәй" 14-cе тапҡыр Бөтә Рәсәй "Ҡыйыулыҡ ҡумтаһы" акцияһын иғлан итте. Ул 6 июлгә тиклем дауам итәсәк.

Акцияның маҡсаты - ауыр сирҙәрҙән дауаханаларҙа, онкодиспансерҙарҙа, хоспистарҙа дауаланған балалар өсөн уйынсыҡтар йыйыу. Ҡатмарлы процедура, операция алдынан балалар ошо ҡумтанан үҙҙәренә оҡшаған әйберҙе алып, рухи таяныс аласаҡ, яңғыҙ түгеллектәрен аңлаясаҡ.

"Ҡыйыулыҡ" ҡумтаһына өр-яңы уйынсыҡтар, конструкторҙар, кәнсә тауарҙары, ижад өсөн әйберҙәр һалырға мөмкин.

Йомшаҡ уйынсыҡ, ватыла торған, осло әйберҙәр ярамай. Акцияла һәр кем ҡатнаша ала. Бының өсөн бүләгеңде яҡындағы йыйыу пунктына алып барырға кәрәк. 

Фото: gazeta.

Автор:Эльвира Әсәҙуллина
Читайте нас