

Скульптор Сосланбәк Тавасиев яһаған һәйкәл Ағиҙелдең бейек ярына 1967 йылда ҡуйылған. Шунан бирле республикабыҙ халҡын, ситтән килгән ҡунаҡтарҙы һоҡландырып торҙо.
Белгестәр үткән быуатта суйындан яһалған һәйкәлде тикшергәндән һуң уның бик ныҡ таушалғанын асыҡлаған. Шуға күрә Салауат Юлаев һәйкәлен Тавасиевтың схемаһы буйынса өр-яңынан бронзанан ҡойорға уйлайҙар.
Был осраҡта ул Ағиҙел ярында мәңге торасаҡ, тиҙәр. Сөнки бронза ваҡытҡа ла, һауа торошона ла бирешмәй.
Ә әлеге һәйкәлде реставрациялап, ябыҡ бинаға ҡуйырға, Салауат Юлаев үҙәген асып, уның музейын булдырырға мөмкин.
«Башҡортостанда тарихи әйберҙәр, шул иҫәптән ҡамыт-дуғалар кеүек башҡорт аты кәрәк-яраҡтары менән Салауат Юлаев музейын ойошторорға була. Унда үҙенең тарихы булған ошо суйын һәйкәл лайыҡлы урын биләр ине. Әллә нисәмә быуын башҡорттар уны күреп үҫте. Уны быуаттар буйына һаҡлау өсөн Салауат Юлаев үҙәге булдырылырға һәм төп урында, бина эсендә, ошо һәйкәл торорға мөмкин. Донъяла тотош халыҡ өсөн әһәмиәтле булған ҡиммәтле шедеврҙың музейға әүерелгән осраҡтары етерлек, тип уйлайым», – тип белдергән Рәсәйҙең халыҡ рәссамы Салауат Щербаков "Башинформ" агентлығына.
2027 йылда республикабыҙҙың ғорурлығы булған Салауат батыр һәйкәле тағы ла Өфөгә килгән һәр кемде Ағиҙелдең бейек ярынан ҡаршыларын түҙемһеҙлек менән көтәбеҙ.
Фото: wikiway.com.