+15 °С
Облачно
VKOKTelegram

Урал Килсенбаев челлендж башлап ебәрҙе

Башҡортостан хөкүмәтенең беренсе вице-премьеры Урал Килсенбаев "Урал батыр" эпосынан өҙөк уҡып видео яҙҙырып, челлендж башлап ебәрҙе. ⁠#УралБатырХәтирәһе⁠ хэштегы менән ошо һынауға, акцияға ҡушылырға саҡырҙы.

Урал Килсенбаев челлендж башлап ебәрҙеУрал Килсенбаев челлендж башлап ебәрҙе
Урал Килсенбаев челлендж башлап ебәрҙе

Челлендж ул йәмәғәтселектең иғтибарын йәлеп итеү, ниндәйҙер брендты йәки акцияны танытыу өсөн ҡулланыла.  

Республикабыҙҙа быйылдан башлап Радий Хабиров Указына ярашлы йылда 8 июнь «Урал батыр» эпосы көнө билдәләнә. Әлеге челлендж - бөйөк эпосыбыҙҙы тағы ла киңерәк танытыу өсөн бик шәп сара.

"Был байрамға бәләкәй генә видео яҙҙырҙым – ошо бөйөк ҡомартҡыбыҙҙан өҙөк.
Был өҙөк минең өсөн айырыуса яҡын тойолдо.

Һәм яңы "челлендж" башлайым! Был сарала бергәләп мәҙәни байлығыбыҙҙы социаль селтәрҙәрҙә танытыу һәм уның ысын матурлығын күрһәтеү өсөн яҡшы мөмкинлек.
Үҙегеҙ теләгән телдә, оҡшаған өҙөктө алып, эпосты уҡый алаһығыҙ.

Ҡатнашыу шарттары ябай:
1. «Урал батыр» эпосынан өҙөк уҡып, ҡыҫҡа видео яҙҙырығыҙ.
2. Уны ВК-лағы үҙ аккаунтығыҙға ⁠#УралБатырХәтирәһе⁠ хэштегы менән урынлаштырығыҙ.
3."Челлендж"ды артабан өс кешегә тапшырығыҙ.

Мин башлайым һәм "челлендж"ды ебәрәм:
Эльвира Аиткулова Эльвира Ринат ҡыҙы Айытҡоловаға — РФ Дәүләт Думаһы депутатына;
Rinat Gulyayev Ринат Амир улы Гуляевҡа — Үзбәкстан Республикаһындағы Зәки Вәлиди исемендәге Башҡорт мәҙәниәте үҙәге рәйесенә;
Ринат Рамазанов Ринат Заһир улы Рамаҙановҡа — Башҡортостандың халыҡ артисына, «Ay Yola» төркөмө солисына;
Азамат Юлдашбаев Азамат Рәмил улы Юлдашбаевҡа — башҡорт шағиры, әҙәби тәнҡитсе һәм журналисҡа.

Ҡушылығыҙ һәм видеоларығыҙ менән уртаҡлашығыҙ!" - тип яҙған Урал Таһир улы MAX-тағы каналында.

 

Автор:Эльвира Әсәҙуллина
Читайте нас