

24 июндә байрам Башҡортостан дәүләт концерт залы алдындағы майҙанда дуҫлыҡ әйлән-бәйләненән башланды. Унан балалар Ленин урамы буйлап Совет майҙанына тиклем парадта үтте.
Береһенән-береһе сағыуыраҡ костюмдар, төрлө халыҡтарҙың мәҙәниәтен сағылдырған дәртле бейеүҙәр, йырҙар - Өфө ысын мәғәнәһендә халыҡ ижады үҙәгенә әйләнде.
Совет майҙанында төрлө халыҡтар әкиәттәрен, легенда, йырҙарын үҙ эсенә алған бай йөкмәткеле сәхнәләштереү күрһәтелде. "Урал батыр" эпосы тураһында ла тулыраҡ белде тамашасылар. Йәш артистар һәм Марат Татурас, АЙ ЙОЛА, Хазина, Узорица, Zainetdin, Алена Завьялова, Александр Петров сығыш яһаны.
Фольклориаданы асыу тантанаһының рәсми өлөшөндә Рәсәй Президенты администрацияһы етәксеһе урынбаҫары Магомедсалам Могамедов сәләмләне.
- Өфө бөгөн күп милләтле илебеҙҙең фольклор баш ҡалаһы, халыҡ ижады баш ҡалаһы. Һеҙ ниндәй маладистар, үҙегеҙҙең оҫталығығыҙҙы күрһәтер, тиҫтерҙәрегеҙ менән аралашыр, бер-берегеҙҙе мәҙәниәтегеҙ менән таныштырып, рухи донъяғыҙҙы байытыр өсөн бында килгәнһегеҙ, - тине ул балаларға, - Был илебеҙ, бөгөнгөбөҙ һәм киләсәгебеҙ өсөн бик мөһим, сөнки Рәсәйҙә быуаттар буйы төрлө халыҡтар татыу һәм килешеп йәшәй. Беҙҙе рухи, әхлаҡи, тарихи йолалар берләштерә.
Магомедсалам Могамедов Владимир Путиндың фольклориадала ҡатнашыусыларға сәләмләү һүҙҙәрен уҡып ишеттерҙе. Ҡотлауҙа: "III Бөтә Рәсәй балалар фольклориадаһы ҙур уңыш менән үтер, тамашасыларҙы фольклор, бейеү, хор коллективтары сығыштары менән таныштырып, барыһына ла изге, онотолмаҫ тәьҫораттар бүләк итер, тип ышанам. Һәм, әлбиттә, ул йәмғиәттә, бигерәк тә йәштәр араһында беҙҙең күп милләтле мәҙәниәтебеҙҙе танытырға, таратырға ярҙам итәсәк. Барығыҙға ла илһам һәм иң изге теләктәремде еткерәм", тигән һүҙҙәр бар ине.
Фольклориаданы асыу тантанаһында шулай уҡ яҡташыбыҙ, Федерация Советының фән, мәғариф һәм мәҙәниәт буйынса комитеты рәйесе Лилиә Ғүмәрова ла ҡатнашты. Ул мөһим сараның нәҡ Башҡортостанда, төрлө халыҡтар вәкилдәре йәшәгән һәм бөтә донъяға танылған йолалар быуындан-быуынға тапшырыла килгән ерҙә үтеүе ҡыуаныслы, тип билдәләне. "Сара ысын байрамға әйләнер, халыҡтар дуҫлығының сағыу ваҡиғаһы булыр", - тине.
Башҡортостандың Премьер-министры Андрей Назаров балаларҙы фольклориадаға әҙерләгән етәкселәргә, атай-әсәйҙәргә рәхмәт белдерҙе. "Беҙҙең фольклориада дуҫлыҡ һәм илһам тантанаһы булһын!" - тип белдерҙе.
Тәүге көндә тамашасылар 19 төбәктең фольклор өлгөләре, йыр-бейеүҙәре менән танышты.
Фото: Александр Королев, Эдуард Зарипов, Рәмил Нафиҡов.