

"Кескәйҙәр өсөн йыр яҙырға уйығыҙ юҡмы?" - тигән һорауға Руслан Шәйхетдинов якап бирҙе: "Беҙ әллә ҡасандан бишек йыры яҙырға теләйбеҙ һәм ул эш башланған инде, тиҙҙән һеҙ уны ишетерһегеҙ. Ғөмүмән, ижадыбыҙ "Урал батыр" эпосы буйынса төҙөлгән, һәр йырыбыҙ дөрөҫ юлды һайларға саҡыра һәм балалар өсөн дә тәрбиәүи әһәмиәткә эйә".
Журналистарҙың: "Һеҙҙең уңыш сере нимәлә?" - тигән һорауына:
- Ихласлыҡта, асыҡ йөрәктә. Кешеләр ижадта яһалмалыҡты бик нескә тоя. Ихлас күңелдән, ысын йөрәктән сыҡҡан ижад халыҡ күңелен яулай алалыр. Уҙған йылда бик күп илдәрҙә, илебеҙҙең төбәктәрендә концерттар менән булырға насип булды, тамашасылар араһында балалар ҙа, 80 йәште уҙған өлкәндәр ҙә бар ине, - тинеләр.
Музыканттар Башҡортостанды яратыуҙары, республикабыҙҙағы үҙҙәре оҡшатҡан урындар тураһында ла һөйләне. Аделгә бигерәк тә Ирәмәл, Торатау һәм Өфөләге Салауат баҡсаһы оҡшай икән.
Балаларға атай-әсәйҙәре тыңлауҙарын һәм хөрмәт итеүҙәрен теләнеләр.
Автор фотоһы.