

III Бөтә Рәсәй балалар фольклориадаһының икенсе көнөндә балалар Өфөнөң Дим, Беренсе май, Тулҡын, И.Якутов парктарында сығыш яһаны. Ә кискеһен Совет майҙанында ҙур концерт булды. Тамашаны Өфөнөң “Мирас” йыр һәм бейеү ансамбле башлап ебәрҙе. Артабан Рәсәйҙең 40-тан ашыу милләт вәкилдәренең ижади коллективтары береһенән-береһе сағыуыраҡ сығыштарын тәҡдим итте. Ҡайҙан ғына килмәгән һәләтле балалар?! Саха(Яҡут) Республикаһынан, Луганск Халыҡ Республикаһынан, Алтайҙан, Ленинград өлкәһенән, Ненец автономиялы округынан… Һәр бер сығыш көслө алҡыштар менән оҙатылды. Башҡортостандан Рәми Ғарипов исемендәге 1-се республика башҡорт интернат-гимназияһының Әҙеһәм Исҡужин исемендәге өлгөлө ҡурайсылар ансамбле (етәксеһе - Вәсил Баймырҙин), Баҡалынан 15 йәшлек ҡурайсы һәм өзләүсе Азамат Ханнановтың сығыштары ла халыҡҡа бик оҡшаны.
Нисә сығыш – шунса тарих, мәҙәниәт, тел, йолалар. Бөгөн Рәсәйҙең төрлө тарафтарынан йыйылған халыҡ ижадын, йолаларын һөйөүсе, һаҡлаусы, таратыусы балалар илебеҙ киләсәгенең берҙәмлеген тәьмин итәсәк, тип тулы ышаныс менән әйтә алабыҙ. Беҙ шәп сығыштары – Шаман бейеүе менән барыһын да хайран иткән “Яло” төркөмө менән таныштыҡ.
– Хабаровск крайының Нанай районы Найхин ауылынан килдек. Балалар фольклориадаһында тәүге тапҡыр ҡатнашабыҙ. “Яло” фольклор-этнографик ансамблендә Элла Киле етәкселегендә шөғөлләнәбеҙ. Туған телебеҙ – нанай телен, халҡыбыҙҙың ғөрөф-ғәҙәттәрен, йолаларын өйрәнәбеҙ, һаҡлайбыҙ. Беҙ бөгөн икенсе майҙансыҡта үҙебеҙҙең халыҡ уйынын да күрһәттек. Барыһы ла оҡшатты, – ти Александра исемле ҡыҙ.
– Ә Башҡортостан нимәһе менән оҡшаны?
-Ооо, бында беҙгә барыһы ла оҡшай, шундай дуҫтарса мөхит! Үҙебеҙ кеүек бик күп тиҫтерҙәребеҙ менән таныштыҡ. Йәшәгән урынға ҡайтҡас та улар менән бергә уйнарға һөйләштек. Телефондарҙы алышып, киләсәктә лә аралашып торорға һүҙ ҡуйыштыҡ,– ти балалар.
Әйткәндәй, “Яло” ансамбле үҙҙәренең тыуған яғында ғына түгел, Ҡытайҙа, Амур өлкәһендә лә сығыш яһаған. Бик йыраҡтан килгән улар. Мәскәүгә генә самолётта 8 сәғәт осҡандар.
“Яло” һүҙе Ер шары тигәнде аңлата икән. Эйе, донъяла күпме халыҡ, нисә тел – улар береһе лә онотолорға, бөтөргә тейеш түгел. Әлеге Балалар фольклориадаһы шул йәһәттән ҡарағанда ла ҙур тарихи әһәмиәткә эйә. Йолаларын, ғөрөф-ғәҙәттәрен, телен һаҡлаған халыҡ бөтмәҫ, ә илебеҙҙең көсө – халыҡтарының берҙәмлегендә.