

Радий Фәрит улы социаль селтәрҙәрҙә уларҙың береһе менән яҡындан таныштырҙы:
"Бөтә Рәсәй балалар фольклориадаһына Курск өлкәһенән килгән Ариадна Шестопалова 5 йәшенән йырлай. Ата-әсәһе менән бергә ул концерттарҙа, фольклор экспедицияларында ҡатнаша, Рәсәйҙең күп ҡалаларында булған. Шестопаловтарҙың үҙенсәлекле ижади ғаиләһе тыуған Суджа ҡалаһын ташлап китергә мәжбүр булған. Дошман уттарынан ҡасып, улар милли кейемдәрен, музыка ҡоралдарын юғалтҡан. Хәҙер Курскиҙа йәшәйҙәр. Ариадна берәй көн өйөнә ҡайта алырына ышана. Был мотлаҡ булһын!
Бөгөн мин Ариадна менән һәм беҙҙең ҙур илебеҙҙең төрлө төбәктәренән килгән башҡа йәш артистар менән осраштым. Күптәренең аталары - махсус хәрби операцияла. Уларҙың хеҙмәте өсөн һәм шундай күркәм балалар үҫтергәндәре өсөн баш эйәм. Улар үҙҙәренең туған мәҙәниәтен бик ярата.
Республика тарихында, бәлки, тәүге тапҡыр беҙ шул тиклем күп яҡты, талантлы балаларҙы ҡабул итәбеҙҙер. Улар йырлай, бейей, күңелдәрҙе иң матур тәьҫораттар менән тултыра. Мин уларға һоҡланам һәм Өфөлөләргә сағыу байрам бүләк иткәндәре өсөн ихлас рәхмәтемде белдерәм.
Һәр береһе үҙенең йөрәгендә ҡунаҡсыл Башҡортостандың бер өлөшөн алып китер һәм беҙгә тағы ла килер тип өмөтләнәм."