+13 °С
Облачно
VKOKTelegram

"Халыҡ мәҙәниәтен һаҡлаусыларға рәхмәт"

Фольклориада халыҡ ижадын, телебеҙҙе, йолаларыбыҙҙы һаҡлаған меңдән ашыу баланың хәтерендә Башҡортостан, Өфө тураһында иң матур тәьҫораттар һаҡлаясаҡ. Уны тантаналы ябыуҙа республика етәксеһе Радий Хәбиров та ҡатнашты. 

"Халыҡ мәҙәниәтен һаҡлаусыларға рәхмәт""Халыҡ мәҙәниәтен һаҡлаусыларға рәхмәт"
"Халыҡ мәҙәниәтен һаҡлаусыларға рәхмәт"

– Һеҙ беҙгә иҫ киткес байрам бүләк иттегеҙ һәм тағы бер тапҡыр илебеҙҙең сағыу һәм төрлө йолаларын, илебеҙ матурлығын күрһәттегеҙ, – тине Радий Хәбиров. – Президент Владимир Владимирович Путинға Фольклориаданы Өфөлә үткәреү тураһында ҡарар ҡабул иткәне өсөн ихлас рәхмәтебеҙҙе еткерәбеҙ. Был беҙҙең өсөн оло баһа. Әлбиттә, В.Д.Поленов исемендәге Дәүләт Рәсәй Халыҡ ижады йортона фестивалде әҙерләүҙә ярҙам иткәне өсөн ҙур рәхмәт. Бергәләп беҙ бөтә Рәсәйҙән йыйылған балаларға үҙ таланттарын күрһәтергә, яңы дуҫтар табырға һәм Башҡортостан тураһында йылы иҫтәлектәр һаҡланһын өсөн шарттар булдырҙыҡ, – тине ул.

III Бөтә Рәсәй балалар фольклориадаһында бөтәһе 1001 ҡыҙ һәм малай сығыш яһаны. Улар Рәсәйҙең 80 төбәгенән килгәйне. Төп концерттар Совет майҙанында уҙҙы. Өсөнсө көндө балалар менән бергә музыкант, мультиинструменталист ЗӘЙНЕТДИН сығыш яһаны. 

Радий Хәбиров һәм В.Д.Поленов исемендәге Рәсәй дәүләт халыҡ ижады йорто директоры Тамара Пуртова йәш таланттарға дипломдар тапшырҙы.

– Халыҡ мәҙәниәтен һаҡлауығыҙ өсөн рәхмәт. Педагогтарға һәм атай-әсәйҙәргә балаларын илебеҙҙең ысын патриоттары итеп тәрбиәләүҙәре өсөн рәхмәт. Беҙ Өфөнән сағыу тәьҫораттар менән ҡайтабыҙ һәм Башҡортостан Башлығы Радий Хәбировҡа рәхмәтебеҙҙе белдерәбеҙ, – тине Тамара Пуртова.

"Халыҡ мәҙәниәтен һаҡлаусыларға рәхмәт"
"Халыҡ мәҙәниәтен һаҡлаусыларға рәхмәт"
"Халыҡ мәҙәниәтен һаҡлаусыларға рәхмәт"
"Халыҡ мәҙәниәтен һаҡлаусыларға рәхмәт"
"Халыҡ мәҙәниәтен һаҡлаусыларға рәхмәт"
"Халыҡ мәҙәниәтен һаҡлаусыларға рәхмәт"
Автор:Эльвира Әсәҙуллина
Читайте нас