

Ике аҙна эсендә халыҡ 100 балаға ярҙам иткән, уларҙың 16-һы махсус хәрби операцияла ҡатнашыусылар ғаиләләренән.
Күп балалы йәки тулы булмаған ғаиләләргә, һаулыҡ яғынан мөмкинлектәре сикләнгән бала тәрбиәләүсе ата-әсәләргә ярҙам итеү маҡсатынан ойошторолған акция дауам итә.
Теләге булған һәр кем республика район-ҡалаларында урынлашҡан «Ғаилә» үҙәктәре бүлектәренә кәнсә тауарҙары, дәфтәр, һүрәт төшөрөү кәрәк-яраҡтары, балалар ижады өсөн йыйылмалар килтерә ала. Улар яңы булырға тейеш. Портфель, мәктәп формаһы, дәреслектәр, нәфис әҙәбиәт яңы йәиһә яҡшы хәлдә булырға тейеш.
Хәйриә акцияһын Башҡортостан Ғаилә, хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министрлығы, «Ғаилә» республика ресурс үҙәге ойоштора.
Фото: com.