

Был юлы - Өфөнөң Дим паркында.
"Самауырлы ритайым" - ҡурай, гитара, йыр, бейеүҙе берләштергән, халҡыбыҙҙың мәҙәниәтен, телебеҙҙе һаҡларға ярҙам иткән шәп сара ул. Йәштәр өсөн танышыу, дуҫлашыу урыны ла.
Әйткәндәй, элекке "пятачок"ка оҡшаған был сара Ағиҙел ярында етенсе йыл барҙы. Әүҙем ойоштороусыларҙың береһе - Рөстәм Абдразаҡов.
Самауыр сәйе, милли бейеү, йырсыларҙың сығыштары, күмәкләп бейеүҙәр, шиғыр уҡыуҙы үҙ эсенә алған бай йөкмәткеле сараға төрлө йәштәге милләттәштәребеҙ ҙур теләк менән йөрөй. Теләге булғандарға сығыш яһау мөмкинлеге бирелә.
Фото: Самауырлы ритайым төркөмөнән.