

Айнур биш йәшенән һүрәттәр төшөрә башлаған. Хәҙер уның портреттары донъяның төрлө илдәрендә бар. Сөнки рәссам күп кенә билдәле шәхестәрҙең портреттарын эшләп, үҙҙәренә бүләк иткән. Легендар боксер Майк Тайсонға, мәҫәлән.
Үҙенең тәжрибәһе, һүрәт яһау серҙәре менән уртаҡлашыу өсөн 2019 йылда студия асҡан. Ул үҙе - төрлө кимәлдәге конкурстар лауреаты.