+17 °С
Облачно
VKOKМакс

Өфөлә - "Ковер" планы

Башҡортостандың баш ҡалаһында өс сәғәткә яҡын аэропортта самолеттарҙы ҡабул итеүгә һәм осороуға сикләүҙәр ғәмәлдә.

Өфөлә - "Ковер" планыӨфөлә - "Ковер" планы
Өфөлә - "Ковер" планы

 Онлайн-табло мәғлүмәттәренә ҡарағанда, ошо ваҡыт эсендә ике тиҫтәнән ашыу эске һәм халыҡ-ара рейстар тотҡарлана.

Мәҫәлән, Ҡазан, Бөгөлмә, Мәскәү, Санкт-Петербург, Екатеринбург, Анталья, Тбилиси, Махачкала, Худжанд һәм Сочиға осоштар тотҡарлана. Сочи, Санкт-Петербург һәм Анталья рейстарына пассажирҙарҙы ултыртыу тамамланған. Улар осошҡа рөхсәтте самолет салонында көтәлер, моғайын.

Әлегә Минеральные Воды, Сәмәрҡәнд, Сорғот, Екатеринбург, Дүшәнбе, Ҡазан, Тбилиси, Санкт-Петербург, Хургада, Худжанд, Бохтар ҡалаларынан пассажирҙар ҙа Өфөгә оса алмай.

 

Фото һәм мәғлүмәт: bash.bashinform.

 
 
Автор:Эльвира Әсәҙуллина
Читайте нас