

Унда балалар сәнғәт мәктәбе 1970 йылдан бирле эшләһә лә үҙенең бинаһы булмаған. Әле 340 бала уҡый.
Майҙа "Төбәк һәм муниципаль балалар сәнғәт мәктәптәрен яңыртыу" федераль программаһы буйынса ("Ғаилә" милли проектына ҡарай) яңы бина төҙөлә башлаған.
Уның майҙаны 2630 квадрат метр буласаҡ. Концерт залы, хореография кластары, оҫтаханалар...
"Беҙ мөмкинлектәрҙе берләштерәбеҙ. Бер яҡтан - яңы инфраструктура, икенсе яҡтан - йәш белгестәр. Былар бергә урындағы мәҙәниәтте үҫтереүҙе тәьмин итә лә инде. Район балаларының мөмкинлектәре ҡала балаларыныҡы менән бер төрлө булһын, улар үҙ ерендә белем ала, ижад итә, ҡала алһын өсөн", - тип белдеррҙе Андрей Назаров.
Ҡыйғылар өсөн бик шатбыҙ!
Фото: vk.ru.