

«Өс төп ҡарар ҡабул ителде. Һәр мәктәптә хәүефһеҙлек өсөн яуаплы хеҙмәткәр тәғәйенләнәсәк. Мәктәп директорҙарына кандидатураны һайларға тәҡдим ителде, был хеҙмәткәрҙең статусы директорҙың беренсе урынбаҫарынан түбән булмаҫҡа тейеш. Был эш өсөн 30 мең һум күләмендә өҫтәмә түләү ҡаралған. Мәктәптәрҙә эшләйәсәк психологтарҙың мобиль төркөмө ойошторолдо. Уларҙың бурысы – хәлде анализлау һәм уҡытыусыларға балалар менән эшләүҙә методик ярҙам күрһәтеү. Тағы беҙ шәхси һаҡ предприятиеларының эшен тикшерҙек, ҡайһы берҙәре менән контракттарҙы өҙҙөк, сөнки улар үҙ эштәрен сифатһыҙ башҡарған. Ә һаҡсылар өсөн тариф ставкаһын өс тапҡырға арттырасаҡбыҙ, бының менән беҙ квалификациялыраҡ белгестәрҙе йәлеп итергә теләйбеҙ», – тип хәбәр итте Радий Хәбиров.
Фото: bashinform.