

Улар "Росатом" корпорацияһы ойошторған "Белем боҙватҡысы" фәнни проектының финалына сыҡҡайны. Илебеҙҙең төрлө төбәктәренән бөтәһе 27 еңеүсегә экспедицияла ҡатнашыу бәхете тейҙе.
Стәрлетамаҡтағы 11-се мәктәптең уҡыу-уҡытыу эштәре буйынса директор урынбаҫары, «Атом дәресе» конкурсы еңеүсеһе Артем Инчин дә барҙы. Әйткәндәй, беҙҙең делегацияла АЙ ЙОЛА төркөмө лә булды.
Ун көн эсендә Рәсәйҙән һәм донъяның 22 иленән 68 талантлы уҡыусы һәм студент «Еңеүҙең 50 йыллығы» атом боҙватҡысында Мурманск — Төньяҡ полюс — Франц-Иосиф Ере — Мурманск маршрутын үтте. Был рейс Төньяҡ полюсҡа 200-сө экспедиция булып тарихҡа инде. Йәштәр ғалимдар менән бергә төрлө тәжрибәләр үткәреүҙә лә ҡатнашты.
Экспедиция Рәсәй халыҡтары берҙәмлеге йылына арналды. Төньяҡ полюста 90° нөктәһе тирәләй иң төньяҡ әйлән-бәйләне (интернациональ акция) үткәрелде.
Быға тиклем уҙғарылған ошондай алты экспедицияла донъяның төрлө илдәренән 400 һәләтле уҡыусы һәм колледж студенты ҡатнашҡан. Һеҙ ҙә бәхетегеҙҙе һынап ҡарағыҙ: Ледокол знаний
Фото: vk.ru/glavbash