+15 °С
Дождь
VKOKМакс

Кескәйҙәр өсөн комикс

Өфөлә кескәйҙәр өсөн "Урал менән Аҡбуҙат мажаралары" комиксы донъя күрҙе! Ул "Башҡортостан Республикаһы" нәшриәт йортонда 800 дана тираж менән баҫылды.

Кескәйҙәр өсөн комиксКескәйҙәр өсөн комикс
Кескәйҙәр өсөн комикс
Ишембайҙа, мәғариф хеҙмәткәрҙәренең август кәңәшмәһе барышында, уның исем туйы уҙҙы һәм республикабыҙҙың балалар баҡсаларына таратылды.
 
Комикс Башҡортостан Башлығы гранттары фонды ярҙамында сығарылған. Ул 8 сюжеттан тора. Төп геройҙары - кескәй Урал һәм уның дуҫы, тылсымлы ат Аҡбуҙат. Улар Башҡортостан буйлап сәйәхәт иткәндә төрлө мажараларға осрай, республикабыҙҙың тәбиғәте, халҡыбыҙҙың милли аштары менән таныша, ярҙамсыллыҡ, изгелек төшөнсәләрен үҙләштерә.
Проекттың авторы - "Аҡбуҙат" журналының баш мөхәррире Лариса Абдуллина.
Ирина Әхмәҙуллина - баш рәссам;
Майя Ҡәйүмова - биҙәүсе рәссам;
Рита Стеничкина - сценарий авторы;
Миңлегөл Тайсина - сценарий авторы;
Анатолий Корнеев - версткалаусы;
Люциә Дәүләтшина - бухгалтер.
Проекттың маҡсаты - Башҡортостандың мәҙәни һәм тәбиғи мираҫын балалар араһында популярлаштырыу, ғөрөф-ғәҙәттәргә һәм тирә‑яҡ мөхиткә һаҡсыл мөнәсәбәт формалаштырыу.
Кескәй милләттәштәребеҙ өсөн бик матур проект тормошҡа ашырылған. Афарин!
 
 
 
 
 
Кескәйҙәр өсөн комикс
Кескәйҙәр өсөн комикс
Автор:Эльвира Әсәҙуллина
Читайте нас