

Был турала мәғариф кәңәшмәһендә Өфө ҡала хакимиәте башлығы вазифаһын башҡарыусы Рөстәм Шәрипов хәбәр итте.
Солтан Баҙыҡов 1985 йылда Ҡаҙағстандың Шардара ҡалаһында тыуған. Мифтахетдин Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университетын тамамлаған. "Мәғарифта менеджмент" йүнәлеше буйынса профессиональ әҙерлек үткән. Өфөләге 3-сө гимназияла информатика фәненән уҡытҡан. 21-се лицей директоры, Өфө ҡала хакимиәтенең мәғариф идаралығы етәксеһе урынбаҫары, 2024 йылдан Совет районы хакимиәте башлығы урынбаҫары булып эшләгән.
Фото: Город Уфа.