

"1 сентябргә һанаулы ғына көндәр ҡалды. Мәктәп уҡыусылары өсөн был көн — яңы уҡыу йылының башы, яңы өмөттәр һәм яңы асыштар менән тулы өр-яңы бер баҫҡыс. Ә уҡытыусылар өсөн — ҙур һәм әһәмиәтле эштең яңы этабы.
Һәр уҡыусының белеме, уңыштары һәм ҡаҙаныштарында уҡытыусының өлөшө ҙур. Мин үҙемдең уҡытыусым Альбина Хәсән ҡыҙы Кайбышеваны айырыуса ҙур йылылыҡ һәм рәхмәт тойғоһо менән иҫкә алам. IX кластан алып Рәми Ғарипов исемендәге 1-се гимназияла уҡыным. Ул йылдар минең өсөн мөһим, еңел булмаған бер осор ине. Альбина Хәсән ҡыҙы тәүге көндәрҙән үк янымда булды: кәрәк саҡта ярҙам ҡулын һуҙҙы, ауыр мәлдәрҙә терәк булды, кәңәштәре менән юл күрһәтте. Иң ҡәҙерлеһе — бөгөн дә ихлас ярҙамынан ташламай.
Сығарылыш кисәһендә ул миңә бәләкәй генә шиғыр яҙып бүләк иткәйне. Мин уны бөгөнгә тиклем ҡәҙерләп һаҡлайым. Йылдар үткән һайын бындай иҫтәлектәрҙең ҡәҙере тағы ла арта бара. Улар ҡасандыр яныңда булған, ярҙам иткән һәм тормош юлын һайлауҙа йоғонто яһаған кешеләрҙе хәтергә төшөрә.
Бөгөн уҡытыусы һөнәренә дәүләт кимәлендә лә айырыуса ҙур иғтибар бирелә. Рәсәй Президенты Владимир Путин уҡытыусы һөнәренең айырым статусын һәм йәмәғәт тормошондағы әһәмиәтен нығытҡан, шулай уҡ педагогтарға өҫтәмә ярҙам сараларын ҡараған указға ҡул ҡуйҙы", — тип яҙған Рөстәм Шәрипов.
Фото: vk.ru.