+10 °С
Ясно
VKOKМакс

Форумға 1 меңдән ашыу кеше килде

Бөгөн "Торатау" конгресс-холында уҙған VIII Граждандар форумы йылдың сағыу ваҡиғаларының береһе булды. Унда 1 меңдән ашыу кеше ҡатнашты, шуларҙың 160-ы - спикерҙар. Улар Рәсәйҙең 16 төбәгенән килгән.

Форумға 1 меңдән ашыу кеше килдеФорумға 1 меңдән ашыу кеше килде
Форумға 1 меңдән ашыу кеше килде

Быйылғы форумдың төп темаһы — махсус хәрби операция шарттарында граждандар йәмғиәтенең үҙгәреүе. «Барыһы ла Еңеү өсөн!» девизы аҫтында үткән сарала яугирҙарға һәм уларҙың ғаилә ағзаларына ярҙам итеү, йәштәрҙе патриотик тәрбиәләү, шулай уҡ традицион ҡиммәттәрҙе һаҡлау мәсьәләләре күтәрелде.

Форумда ҡатнашыусыларҙы Башҡортостан Башлығы хакимиәте етәксеһе урынбаҫары Данияр Абдрахманов һәм Башҡортостан Йәмәғәт палатаһы рәйесе Энже Әхмәҙуллина сәләмләне. Сара барышында 25 секция эшләне, унда төрлө өлкәләр буйынса белгестәр сығыш яһаны. Шулай уҡ коммерцияға ҡарамаған ойошмаларҙың иң яҡшы тәжрибәләре күргәҙмәһе, ҡул эштәре йәрминкәһе, төрлө йүнәлештәр буйынса консультациялар ойошторолдо. 

Форумдың төп ваҡиғаһы — «Махсус хәрби операция шарттарында граждандар йәмғиәтенең үҙгәреше» тигән темаға пленар ултырышта Рәсәй Президентының Граждандар йәмғиәтен үҫтереү һәм кеше хоҡуҡтары буйынса советы рәйесе Валерий Фадеев һәм Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров та ҡатнашты. 

VIII Граждандар форумы власть, коммерцияға ҡарамаған ойошмалар, бизнес һәм халыҡ араһында аралашыу өсөн майҙансыҡ булды, яңы социаль инициативалар һәм берлектәге эш өсөн мөмкинлектәр асты.

Фото: Алина Ишмөхәмәтова, Э.Әсәҙуллина.

Форумға 1 меңдән ашыу кеше килде
Форумға 1 меңдән ашыу кеше килде
Форумға 1 меңдән ашыу кеше килде
Форумға 1 меңдән ашыу кеше килде
Автор:Эльвира Әсәҙуллина
Читайте нас