+6 °С
Облачно
VKOKМакс

Ярты хаҡҡа йөрөйәсәктәр

1 сентябрҙән Башҡортостанда ҡала яны поездарына билеттарға йәнә 50 процент ташлама ғәмәлгә индерелә.  

Ярты хаҡҡа йөрөйәсәктәрЯрты хаҡҡа йөрөйәсәктәр
Ярты хаҡҡа йөрөйәсәктәр

Льгота менән 7 йәше тулған уҡыусылар, юғары һәм урта махсус уҡыу йорттарында көндөҙгө бүлектә уҡыған студенттар файҙалана ала.

Билет һатып алғанда мәктәптән белешмә (һәр уҡыу йылында яңыртыла) һәм студент билетын күрһәтергә кәрәк. Әгәр документ «Рәсәй тимер юлдары» ҡушымтаһы аша һатып алынһа, льготалы профилде теркәү зарур. Ташламалы билетты теркәлгәндән һуң бер тәүлек үткәс һатып алырға мөмкин.

Льгота уҡыу йылы башланғандан алып 15 июнгә тиклем ғәмәлдә ҡала.

Сығанаҡ: bashinform. 

Фото: yandex.

Автор:Эльвира Әсәҙуллина
Читайте нас