+10 °С
Облачно
VKOKМакс

Хәбиров яһалма зиһен ярҙамында мәктәптәрҙең хәүефһеҙлеген көсәйтергә ҡушты

 Белем биреү учреждениеһы биләмәһенә  ят кешеләр инергә тырышҡан осраҡтарҙа шунда уҡ автоматик сигнал эшләй башларға тейеш.

Хәбиров яһалма зиһен ярҙамында мәктәптәрҙең хәүефһеҙлеген көсәйтергә ҡуштыХәбиров яһалма зиһен ярҙамында мәктәптәрҙең хәүефһеҙлеген көсәйтергә ҡушты
Хәбиров яһалма зиһен ярҙамында мәктәптәрҙең хәүефһеҙлеген көсәйтергә ҡушты

Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров республиканың вице-премьеры Олег Лиға һәм БР мәғариф министры Илдар Мәүлетбирҙинға уҡыу йорттарында ошондай яһалма зиһен технологияһын индереү бурысын йөкмәтте.

«Күҙ алдына килтерегеҙ әле, шәхси һаҡ предприятиеһы хеҙмәткәренең алдында 200 камера. Кеше бөтәһен дә күҙәтеп өлгөрә алмаясаҡ. Мәктәп биләмәһенә үтеп инергә тырышҡан осраҡтарҙа автоматик сигнал бирелергә тейеш, хәҙер бындай технологиялар бар. Һынау режимында быны мәктәптәрҙә индерә башларға кәрәк», — тип белдерҙе Хәбиров хөкүмәттең оператив кәңәшмәһендә.

Мәғлүмәт Башинформдан алынды.

 
 
Автор:Эльвира Әсәҙуллина
Читайте нас