

Белем усағы төҙөкләндерелгән, матди-техник базаһы яңыртылған, заманса кабинеттар асылған.
"Әммә көслө уҡытыусыны бер ниндәй инфраструктура ла алмаштыра алмай. Был мәктәптә Даниловтар, Ручкиндар, Хәлиуллиндар династиялары эшләй. Сығарылыш уҡыусылары араһында Рәсәй Геройы Владислав Бочаров, донъя чемпионы Ғабдрахман Ҡадыров, һигеҙ тапҡыр донъя чемпионы Олимпия Махиянова, халыҡ-ара класлы спорт мастерҙары Азамат һәм Рамазан Бикбаевтар бар. Быйылдан бында дингеҙ пехотаһы кадет кластары асыла. Мәктәпкә үҙенең герой-сығарылыш уҡыусыһы Рәсәй Геройы исеме бирелде — Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров Владислав Бочаров исемен биреү тураһында указға ҡул ҡуйҙы. Ул мәктәпте алтын миҙалға тамамлаған, һуңынан Ватанды һаҡлап һәләк булған. Геройҙың ата-әсәһе алдында баш эйәм. Бөгөн 10 педагогты бүләкләнем.
Яңы уҡыу йылы менән! Ул уңышлы булһын һәм яңы асыштар килтерһен", - тип яҙған Андрей Назаров социаль селтәрҙәге сәхифәхендә.