+29 °С
Облачно
VKOKМакс

Салауат Юлаев премияһына кандидаттар исемлеге билдәле булды

Башҡортостанда Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһына кандидаттар исемлеге билдәле булды.

Салауат Юлаев премияһына кандидаттар исемлеге билдәле булдыСалауат Юлаев премияһына кандидаттар исемлеге билдәле булды
Салауат Юлаев премияһына кандидаттар исемлеге билдәле булды

 25 августа БР Башлығы ҡарамағындағы 2026 йылғы әҙәбиәт, сәнғәт һәм архитектура өлкәһендәге Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премиялары буйынса комиссия ултырышы үтте.

Осрашыу йомғаҡтары буйынса Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһы конкурсында артабан ҡатнашыу өсөн түбәндәге номинанттар тәҡдим ителде:

Рим Мәхмүт улы Хәсәнов, милли йыр сәнғәтен үҫтереүгә ҙур өлөш индергәне өсөн;

Илшат Мәғәфүр улы Фәхертдинов, «1941-1945 йылдарҙағы Бөйөк Еңеүҙең 80 йыллығына арналған тантаналы концерт»ты ижад иткәне өсөн;

Фәрит Фәтих улы Иҙрисов, махсус хәрби операция яугирҙәренә арналған «Башҡорт ирекле батальондарының героик маршы»н һәм Еңеүҙең 80 йыллығына арналған «Бөйөк Еңеүҙе яулаусыларға» балладаһын ижад иткәне өсөн;

Мөнир Сәхиулла улы Ҡунафин, Рөстәм Милләт улы Хәкимов, Рәфис Гәрәй улы Мөхәмәҙйәнов «Бер ғүмер етмәй» спектаклен ижад итеүҙәре өсөн;

Рабинович Михаил Исакович (вафат булғандан һуң), Кәримов Илгиз Мостафа улы (вафат булғандан һуң), Виданов Вячеслав Иванович, Хөсәйенов Айҙар Гайдар улы, Өфө рус драма театрында Мостай Кәримдең «Ярлыҡау» әҫәре повесы буйынса ҡуйылған  «Луна һәм листопад» спектаклен ижад итеүҙәре өсөн;

Тапаҡов Хәйҙәр Ниғмәт улы, «Йәшлеккә ҡайтыу» проза йыйынтығы өсөн;

Яҡшыбаева Лира Миңниәхмәт ҡыҙы, дүрт китап ижад иткәне өсөн: «Ер бөтәһе өсөн дә бер», «Уҡытыусы бәхете», «Доға ҡөҙрәте», «Зәйнулла-ишан. Хәҡиҡәткә юлда. Хәҡиҡәттән мәңгелеккә»;

Стәрлебаш районында «41-ҙең ҡатын-ҡыҙҙары» һәйкәлен булдырған өсөн Владимир Геннадьевич Лобанов, Рөстәм Аэз улы Хәсәнов, Фирдант Сәлимйән улы Нуриәхмәтов, һәм Илгиз Фазылйән улы Фәйзуллин.

Киләһе ултырышта комиссия дәүләт премияларын биреү тураһында ҡарар ҡабул итер тип көтөлә. Бүләкләү тантанаһы 11 октябрҙә, Республика көнөндә үтә.

Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, өс дәүләт премияһы әҙәбиәт, сәнғәт һәм архитектура өлкәһендәге эштәр өсөн тапшырыла.

Фото һәм яңылыҡ bash.bashinform.ru. сайтынан алынды.

Автор:Эльвира Әсәҙуллина
Читайте нас