

Йәш журналистар "Берҙәм Рәсәй" партияһының йәмәғәт ҡабул итеү үҙәгендә матбуғат конференцияһы уҙғарып, ҙур сара тураһында тәьҫораттары менән уртаҡлашты, тиҫтерҙәренең һорауҙарына яуап бирҙе. Алып барыусы Рәсүл Ниғмәтов булды. Барыһы ла оҫта әңгәмәсе, һүҙ эҙләп кеҫәгә инә торғандарҙан түгелдәр. Нияз Яҡупов менән Индира Теүәлбаева - Фатима Мостафина исемендәге 20-се башҡорт гимназияһында, Айтуған Ишемғужин Рәми Ғарипов исемендәге 1-се республика интернат-гимназияһында уҡый. Форум делегаты, "Елкән" телевизион конкурсы лауреаты Айгөл Фәхруллина ла аккордеонын алып килгәйне. Ул Өфөләге урта махсус музыка колледжында белем ала. Нияз, Индира, Айтуған үҙҙәре менән таныштырып, бәләкәйҙән "Тамыр"ға йөрөүҙәре тураһында әйтте. Айгөл дә кастинг үтеп, уларға ҡушылған.
Форумда Рәсәй төбәктәренән һәм 17 сит илдән 2 меңләп бала ҡатнашҡан. Төрлө йүнәлештәр буйынса 60 сара уҙған. Халыҡ-ара кимәлдәге шундай ҙур форум тураһында делегаттарҙың һөйләгәнен ҡыҙыҡһынып тыңланыҡ. Театр, цирк, музыка, кино, әҙәбиәт, журналистика, хореография, хатта музей һәм рәсем йүнәлештәре буйынса лекциялар, оҫталыҡ дәрестәре, осрашыуҙар, дискуссиялар ойошторолған икән.
- Мин китап уҡырға яратам, өйҙә үҙемдең китапханам да бар. Шуға әҙәбиәт йүнәлешен һайланым, - ти Индира.
Нияздың иһә киноға төшөргә теләге ҙур икән, ул ошо өлкәлә белемен арттырған.
- Билдәле шәхестәрҙән оҫталыҡ дәрестәре алдыҡ, режиссер булыуы күпкә ҡатмарлыраҡ икәнен аңланым, - ти Нияз.
Айтуғанға иһә журналистика серҙәрен ентеклерәк өйрәнеү насип булған.
Фестивалдең төп темаһы Халыҡтар дуҫлығы йылына арналған.
- Төрлө милләттәрҙән тиҫтерҙәребеҙ йыйылған ине. Мин Африканан килгән ҡыҙ һәм малай менән танышып, улар менән инглизсә һөйләшеп ҡараным, аңлаштыҡ. Ә үҙ-ара тик башҡортса аралаштыҡ. Сит ҡалала, береһе лә туған телеңде белмәгән ерҙә ҡысҡырып һөйләшеүе ҡыҙыҡ тойолдо, - тип тәьҫораттары менән уртаҡлашты Айтуған.
- Фестивалдә иң иҫтә ҡалған ваҡиға?
- Иң оҡшағаны нимә булды?
- Самолетта осоу ҡурҡытманымы?
- Билдәле шәхестәрҙән кемдәр менән аралаштығыҙ?
- Өфөнө һағынманығыҙмы?
Балаларҙың форум делегаттарына һорауҙары күп ине. Йәш журналистар барыһына ла яуап бирҙе. Берҙәмлек һәм дуҫлыҡ символы булған флешмоб, иртәнге мәҙәни зарядкала һәр делегацияның туған телдә сәләмләүе, Рәсәйҙең халыҡ артисы Сергей Безруковтан дәрес алыу, киске Мәскәү, Ҡыҙыл майҙан, ике көн эсендә Өфөнө һағынып өлгөрөүҙәре тураһында ҡыҙыҡлы итеп һөйләнеләр.
Иң мөһиме, үҙҙәре өсөн күп яңылыҡ асып, белемдәрен арттырып, тормошта тырышырға, шәхес булараҡ төрлө яҡлап үҫергә лә үҫергә кәрәклеген аңлап ҡайтҡандар һәм быны тиҫтерҙәренә лә еткерҙеләр.