

Унда традицион башҡорт милли кейемдәренең барлыҡҡа килеү тарихы, символикаһы һәм эшләү технологияларына арналған фәнни һәм фәнни-популяр баҫмалар урын алған. Мәҫәлән, А.С. Камалиеваның «Башҡорт кейеме» китабы традицион кейемдең технологияһы, конструкцияһы һәм декоры тураһында һөйләгән фундаменталь баҫма.
Тарихи-этнографик очерктар, «Башҡортостан Халҡы» энциклопедияһы һәм башҡа баҫмалар республика халыҡтарының кейем тарихы, йолалары менән таныштыра. Билдәле этнограф Светлана Шитованың «Башҡорт халыҡ кейеме» монографияһы үҙәк урынды биләй. Баҫмала уникаль материалдар тупланған, этнограф-белгестәргә генә түгел, ә тыуған яҡтың мәҙәниәте менән ҡыҙыҡһынған һәр кемгә ҡыҙыҡлы буласаҡ.
Шулай уҡ күргәҙмәлә традицион костюм, орнамент һәм биҙәүестәр һүрәтләнгән альбомдар һәм иллюстрациялы белешмәләр ҙә тәҡдим ителә.
Сығанаҡ: bashnl.ru
Фото: vk.ru/wall