

"Тамыр" телеканалы республикабыҙҙың төрлө район- ҡалаларынан мәктәп телевидениеһында шөғөлләнгән, тележурналистика менән ҡыҙыҡһынған 70-ләп ҡыҙ һәм малай өсөн телепроект эшләү буйынса оҫталыҡ дәресе үткәрҙе. "Тамыр"ҙың баш режиссеры Әҙилә Һунарғолова һәм директоры Гөлназ Ҡолһарина сығыш яһаны. Командаларға бүленеп проект өҫтөндә эшләү һәм уны яҡлау бик ҡыҙыҡ булғандыр.
Балалар яңы ғына үҙләштергән белемдәрен ҡулланып, тиҙ генә үҙ проекттарын тәҡдим итергә тейеш ине. Бында иң беренсе исем үҙенә ылыҡтырып торорға тейеш. Жанрын уйларға, был тапшырыу, ток-шоу йәки уйын формаһындағы проектыңдың маҡсаты булырға тейеш, кем алып бара, кемдәргә тәғәйенләнгән? "Атайсал йондоҙҙары" майҙансығында ҡатнашыусылар ҡыҙыҡлы проекттар тәҡдим итте һәм профессионалдарҙан лайыҡлы баһа алды. Оҫталыҡ дәресенең балаларға ла, уларҙың етәкселәренә лә файҙаһы тейер. Бөгөн яҡташтары,тыуған яҡтарында булған мөһим ваҡиғалар тураһында сюжеттар әҙерләп, зәңгәр экрандарҙан күрһәткән йәш журналистар, операторҙар ҙа "Атайсал" проектының бер өлөшө булыуҙары менән ғорурланып ҡайткандыр.
- Беҙ Өфөнөң Дим районынан делегат булып килдек. Ҡыҙым Мәҙинә - VI, улым Батыр II синыфта уҡый. Улым "Тамыр" йыр ансамбленә йөрөй, ҡыҙым "Тау-тау хәбәр"гә сюжеттар ебәреп тора. Үҙебеҙҙә лә мәктәп телевидениеһы эшен дауам итәсәкбеҙ, - ти Рауил Бикбаев исемендәге 102-се башҡорт лицейының башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы Рита Батыр ҡыҙы Батырова.Стәрлетамаҡ районы Оло Ҡуғанаҡ ауылындағы "Йәйғор" балалар ижады үҙәгендә өс йыл элек асылған "Балалар планетаһы" балалар телевидениеһы ҡыҙҙары Сабина Хәбибуллина, Зарина Ғәзиева, Йәсминә Сәйғәфарова менән таныштыҡ. Улар үҙҙәрен ысын репортёрҙар кеүек ҡыйыу тотоуҙары менән айырылып тора ине. Шулай булмай ни, йәй көнө "Включайся" Бөтә Рәсәй конкурсында "Әсәй, мин үҙем! Хәүефле көнкүреш" тигән ток-шоуҙары менән I урынға лайыҡ булғандар. Ә республика етәксеһе Радий Хәбиров райондарына эш сәфәре менән килгәндә, унан интервью алыуға өлгәшкәндәр. Етәкселәре лә шәп: юғары категориялы педагог Вәсил Фазылов.
Тыуған ергә, халҡыңа һөйөү, берҙәм булыу, тыуған яғыңдың ҡәҙерен белеү, уны йәмлерәк, матурыраҡ итергә тырышыу. "Атайсал" проекты форумында ҡатнашҡан һәр кемде ошо тойғолар берләштерҙе.
Автор фотолары.