+15 °С
Дождь
VKOKМакс
Был донъяла ниҙәр бар?
17 Сентября , 05:10

Карауанһарайға - 180 йыл

Быйыл Ырымбурҙағы Карауанһарай комплексы асылыуға 180 йыл тулды. Ошо айҡанлы "Карауанһарай: быуаттар аша юл" тигән күргәҙмә эшләй.

Уны асыу тантанаһына Ырымбурға Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы делегаттары ла барып ҡайтҡан. 

Карауанһарай - XVIII быуаттың тарихи һәм архитектура ҡомартҡыһы. Генерал-губернатор В.А.Перовский тәҡдиме менән 1837 йылда төҙөлә башлай һәм 1846 йылда асыла. Башҡорттар өсөн һалынған йортта Башҡорт-мишәр ғәскәре идаралығы, ҡорал склады, башҡорт балалары өсөн училище, тимерлек, ағас эшкәртеү, ҡамыт-ыңғырсаҡ эшләү, тегеү оҫтаханалары, намаҙ уҡыу, ғөрөф-ғәҙәттәрен һаҡлау өсөн мәсет була. Иғтибар менән ҡарағыҙ, дуҫтар: видеола Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы аппараты белгесе, тарих фәндәре кандидаты Нурислам Ҡалмантаев Карауанһарай менән бәйле тарихи мәғлүмәттәр менән уртаҡлаша.

Фото, видео: vk.ru/kurultaibashkir.

Автор:Эльвира Әсәҙуллина
Читайте нас