+9 °С
Ясно
VKOKМакс
Был донъяла ниҙәр бар?
22 Сентября , 08:15

Башҡортостан Башлығы МХО-ла һәләк булған яугирҙың улына бүләк тапшырҙы

Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров Кушнаренко ауылына барып, махсус хәрби операция барышында батырҙарса һәләк булған яугир Вячеслав Казанцевтың ғаиләһе менән осрашты.

Добавить в предпочтительные источники Google
Башҡортостан Башлығы МХО-ла һәләк булған яугирҙың улына бүләк тапшырҙыБашҡортостан Башлығы МХО-ла һәләк булған яугирҙың улына бүләк тапшырҙы
Башҡортостан Башлығы МХО-ла һәләк булған яугирҙың улына бүләк тапшырҙы

Яугирҙың тол ҡалған ҡатыны Гөлфинә Радик ҡыҙы яңғыҙы өс бала тәрбиәләй. Өлкән ҡыҙы Ләйсән быйыл Өфө яғыулыҡ-энергетика колледжына уҡырға ингән, уртансыһы Лиана - IX синыф уҡыусыһы. Кесе улы Дмитрий, һаулыҡ мөмкинлектәре сикләнгән булыуға ҡарамаҫтан, быйыл мәктәптә V синыфта уҡый башлаған. Күптән түгел  ул «Геройҙар биләмәһе» патриотик слетында ҡатнашҡан. Тап шунда, республика етәксеһе менән осрашыу мәлендә, малай Радий Хәбировҡа атаһының кинолог булып эшләүен, шуға үҙенең дә күптән эт тураһында хыялланыуы хаҡында һөйләгән дә инде. 

Радий Фәрит улы ғаиләгә яугир Вячеслав Казанцевтың күрһәткән батырлығы һәм ҡаһарманлығы өсөн үлгәндән һуң лайыҡ булған Шайморатов генерал орденын тапшырырға килгәндә Диманың теләген тормошҡа ашырып, немец овчаркаһы көсөгөн дә бүләк итте.

-Эт тураһында өс йыл буйы хыялландым. Ошондай бүләк өсөн һеҙгә ҙур рәхмәт! Был минең өсөн ҙур шатлыҡ. Уға атайымдың эттәренә оҡшатып Граф тип исем ҡушасаҡмын. Ул минең ысын дуҫым буласаҡ, үҙенә көн һайын ваҡыт бүләсәкмен, уның менән уйнаясаҡмын. Мәктәптә фәндәр араһынан миңә математика оҡшай, элек волейбол һәм футбол уйнарға ярата инем, ҡыҙғанысҡа ҡаршы, табиптар әлегә бындай уйындарҙы рөхсәт итмәй. Быйылдан мәктәптә шахмат менән шөғөлләнә башларға теләйем, - тип дүрт аяҡлы яңы дуҫы барлыҡҡа килеүенә ҡыуанып, республика етәксеһенә рәхмәт һүҙҙәрен еткерҙе малай. 

Республика Башлығы үҫмергә әүҙем тормош позицияһы өсөн рәхмәт әйтте, уҡыуында уңыштар теләне, шулай уҡ төбәктә МХО-ла ҡатнашыусыларҙың ғаиләләренә ярҙам сараларының киң комплексы ғәмәлдә булыуын, ә район хакимиәтендә һәр ваҡыт кәрәкле ярҙам күрһәтергә әҙер булыуҙарын еткерҙе.

 

Сығанаҡ: bash.bashinform.ru

Фото: bash.bashinform.ru

 

 

Башҡортостан Башлығы МХО-ла һәләк булған яугирҙың улына бүләк тапшырҙы
Башҡортостан Башлығы МХО-ла һәләк булған яугирҙың улына бүләк тапшырҙы
Автор:Юлиә Кирәева
Читайте нас