+1 °С
Облачно
VKOKМакс

"Уҡыусыларым менән сикһеҙ ғорурланам"

Аң-белем биреүсе, шәхес үҫтереүсе, тәрбиәләүсе, оло тормошҡа аяҡ баҫтырыусы, дөрөҫ юл күр­һәтеүсе илаһи зат ул – уҡытыусы. Бары тик оло йөрәкле, балаларҙы ихлас яратҡандар, уларҙың күңеленә изгелек орлоҡтары һала белгәндәр генә был тынғыһыҙ һәм яуаплы һөнәрҙе һайлайҙыр. Әлшәй районы Раевка ауылының Мөхәмәтша Буранғолов исемендәге башҡорт лицейында башҡорт теле һәм әҙәбиәте дәрестәрен алып барған Рәсимә Ғайса ҡыҙы Кәримова ла тап ана шундай күркәм сифаттарға эйә. Бар булмышы менән уҡытыусы, тиҙәр ундайҙар хаҡында. Бөгөн һеҙгә уның менән йәнле әңгәмә тәҡдим итмәксебеҙ.

Добавить в предпочтительные источники Google
"Уҡыусыларым менән сикһеҙ ғорурланам""Уҡыусыларым менән сикһеҙ ғорурланам"
"Уҡыусыларым менән сикһеҙ ғорурланам"

– Рәсимә Ғайса ҡыҙы, һеҙ ни өсөн тап уҡытыусы һөнәрен һайланығыҙ?
– Тыуған ауылым Ҡыпсаҡ-Асҡар мәктәбендә белем биргән уҡытыусым Гөлнәзирә Аҙнағол ҡыҙы Ғәлимуллина булышлыҡ иткәндер, тип уйлайым. Шул тиклем мөләйем, алсаҡ, йәш, һылыу уҡытыусыбыҙҙы барыбыҙ ҙа ярата инек. Ул беҙҙе бишенсе синыфтан баш­ҡорт теле һәм әҙәбиәтенән уҡытты, синыф етәксебеҙ ҙә булды. Тыныс ҡына үткәргән мауыҡтырғыс дәрестәрен һаман да һағынып иҫләйем. Күрәһең, ул күңелебеҙҙә туған телебеҙгә һөйөү уята алған. Башҡорт телен ныҡ ярата инем, төрлө бәйгеләрҙә ҡатнаша тор­ғайным. Һәр ваҡыт остазыма оҡшап күпте белергә тырыштым, камиллыҡҡа ынтылдым, уҡытыусы булыу теләге лә тап ошо ваҡытта уянды. Мәктәпте тамамлағас, хыялымды тормошҡа ашырыу маҡсаты менән Башҡорт дәүләт университетына уҡырға индем.
– Хеҙмәт юлығыҙ ҡайҙан башланды?
– Университетты тамамлағас, тыуған районымдағы Иҫке Аҡҡолай ауылына эшкә ҡайттым. Тәүҙә урыҫ теле һәм әҙәбиәтенән, тарих фәненән уҡыттым. Шунан һуң башҡорт теле һәм әҙәбиәте дәрестәре лә өҫтәлде.
– Уҡытыусы булып беренсе тапҡыр дәрескә ингәнегеҙҙе хәтерләйһегеҙме?
– Әлегеләй күҙ алдымда: алтынсы синыфтарға индем, йәш кенәмен, шул тиклем тулҡынланам, күңелде, уҡыу­сыларҙы ҡыҙыҡһындыра алырмынмы, тигән һорау телгеләй. Ә ҡыҙҙар һәм малайҙарҙың һынаулы ҡараштары миңә төбәлгән, яңы йәш уҡытыусы булғас, күрәһең, уларға ла ҡыҙыҡ тойолғандыр. Шул ҡараштар миңә көс, ҡыйыулыҡ бирҙе лә инде. Үҙемде ҡулға алып, дәрес үткәрҙем. Уҡыусыларым да үҙ итте, тиҙ арала уртаҡ тел таптыҡ. Балаларҙы ихлас яратыуым да булышлыҡ иткәндер, кескәй йөрәктәр барыһын да һиҙеп тора бит ул.
– Нисә йыл ғүмерегеҙҙе балалар уҡытыуға бағышланығыҙ?
– Иҫке Аҡҡолай ауылында 14 йыл эшләгәс, ғаиләбеҙ менән Дәүләкән ҡалаһына күсеп килдек. Унда 4-се лицейҙа башҡорт теле һәм әҙәбиәте дәрестәрен алып барҙым. Төрлө конкурстарҙа, олимпиадаларҙа йыш ҡатнаша торғайныҡ. Бында ун йыл эшләү дәүерендә бик күп уңыштарға өлгәштек. 2021 йылдан хеҙмәт юлымды Әлшәй районы Раевка ауылының Мөхәмәтша Буранғолов исемендәге башҡорт лицейында дауам итәм.
Хәҙер инде утыҙ икенсе йыл балаларҙы туған тел сер­ҙәренә өйрәтәм.
– Дәpеcтәp матур һәм мауыҡтыpғыc үтһен өcөн ниндәй алымдаp ҡулланаһығыҙ?
– Бөгөнгө балалар шул тиклем күпте белеүсән, һәр нәмәгә үҙ ҡараштары бар, уларҙың иғтибарын йәлеп итеү өсөн уҡытыусыға ла һәр саҡ үҙ өҫтөндә эшләргә, белем алырға, яңылыҡҡа ынтылырға, ҡыҫҡаһы, донъянан артта ҡалмаҫҡа кәрәк. Шуға ла дәрестәремде һәр ваҡыт тиерлек мәғлүмәти технологиялар ҡулланып үткәрергә тырышам. Был – заман талабы. Шулай уҡ интерактив уйындар, дәрес-викторина, ярыш, квиз кеүек алымдарҙы ҡулланам.
– Һеҙ уҡытҡан балалаpҙың башҡopт теленә мөнәcәбәте ниcек?
– Хәҙерге ваҡытта башҡорт ғаиләһендә үҫһәләр ҙә, күп балалар туған телдә иркен һөйләшә алмай. Был берәүгә лә сер түгел, ә әлеге көндә иң ҙур проблема ул, тиһәк тә була. Шуға ла телмәр үҫтереү буйынса күп эштәр алып барам. Уҡыусылар менән төрлө темаға иншалар яҙабыҙ, шиғырҙар ятлайбыҙ, китаптар уҡып, йөкмәткеһе буйынса һөйләшәбеҙ, башҡорт телендә сыҡҡан гәзит-журналдарға күҙәтеү яһайбыҙ. Урыҫ синыфтарында күберәк диалог төҙөү өҫтөндә эшләйбеҙ. Иң мөһиме – балаларҙың башҡорт телен өйрәнергә теләге бар, шуныһы ҡыуандыра. Дәрестәремә яратып йөрөйҙәр, бирелгән эштәрҙе ихлас үтәйҙәр, башҡорт теле һәм әҙәбиәтен төп дәүләт имтиханы итеп һайлап, уны уңышлы тапшырыусылар ҙа байтаҡ.
– Туған телдә сараларҙы йыш ойоштораһығыҙмы?
– Республика, Милли кейем, Башҡорт теле, Туған телдәр көнө кеүек байрамдарҙы көтөп алабыҙ, төрлө флешмобтар, тематик саралар, викториналар, синыф сәғәттәре бик күңелле үтә. «Алтын тирмә», «Бәхетле осраҡ», «Йондоҙло сәғәт» һымаҡ уйындар, КВН-дар ҙа ҡыҙҙар һәм малайҙарға ныҡ оҡшай.
– Башҡорт теле һәм әҙәбиәте буйынса төрлө конкурс­тарҙа ҡатнашып, уңыштарға өлгәшкән уҡыусыларығыҙ ҙа барҙыр?
– Бәйгеләрҙә, ысынлап та, йыш ҡатнашабыҙ. Район кимәлендә генә түгел, республика, төбәк-ара олимпиадаларҙа, фәнни-ғәмәли конференцияларҙа, шиғыр һөйләү, инша яҙыу кеүек ижади бәйгеләрҙә уҡыусыларым һәр ваҡыт призлы урындар яулай. Һәр береһен һанап та бөтөп булмай. Шулай ҙа быйыл X синыфта уҡыған Гөлфизә Мөхәмәтйәрованы айырым билдәләп киткем килә. Шул тиклем әүҙем, тырыш ҡыҙ. Уның уңыштары һоҡландыра. Бер бәйгенән дә ситтә ҡалмай, һәр саҡ еңеүҙәр яулай! Быйыл ул район башлығы грантына ла дәғүә итә.
Уҡыусыларым менән сикһеҙ ғорурланам, һәр уңыштары – минең өсөн оло ҡыуаныс.
– Үҙегеҙҙең тырыш хеҙмәтегеҙ ҙә, моғайын, баһаланмайынса ҡалмағандыр?
– Телһөйәр уҡыусыларымдың еүеүҙәре, һөнәри оҫталыҡ өсөн район башлығының Рәхмәт хаттарын алып торам. Баш­ҡорт хал­ҡының мәҙәниәтен, тарихын үҫтереүгә, милли йолаларҙы пропагандалауға, телгә һөйөү тәрбиәләүгә ҙур өлөш индергәне өсөн тип, Бөтә донъя баш­ҡорттары ҡоролтайы ла бүләкләне, ике тапҡыр Баш­ҡортостан Республикаһы Хөкүмәтенең 50 мең, 200 мең һум күләмендәге аҡсалата премияһына лайыҡ булдым. Быйыл «Баш­ҡорт теле һәм әҙәбиәте йыл уҡытыу­сыһы-2026» район бәйгеһендә лауреат исемен алдым.
– Рәсимә Ғайса ҡыҙы, һеҙҙеңcә, ыcын уҡытыуcы ниндәй булыpға тейеш?
– Тәү сиратта, ул үҙенең фәнен яҡшы белергә һәм балаларҙы яратырға тейеш. Һәр дәрескә ижади әҙерләнеп, уны ҡыҙыҡлы итеп үткәрә белергә кәрәк. Тап шул саҡта ғына һин үҙ фәнеңә ҡыҙыҡһыныу уята алаһың.
– Һеҙ үҙегеҙҙе бәxетле кеше тип һанайһығыҙмы?
– Эйе, Аллаға шөкөр. Яратҡан эшем, уҡыусыларым, хөрмәт иткән хеҙмәттәштәрем, ғаиләм бар, яҡындарым, әсәйем иҫән-һау, ҡыҙым һәм улым уңыштары менән ҡыуандырып тора. Шуға ла һәр саҡ иртән бының өсөн Хоҙайға рәхмәттәремде уҡып, лицейға дәртләнеп эшкә барам. Арыу ғына атларға кәрәк. Һәм һәр ваҡыт, бигерәк тә ҡышын, артымдан эркелешеп эйәреп килгән уҡыусыларға ҡарайым да үҙемде Хәйҙәр Тапаҡовтың «Эҙҙәр» әҫәрендәге (уҡыусылар менән X синыфта унан өҙөк үтелә) уҡытыусыға оҡшатам. Унда уҡытыусы эҙҙәрен ҡалдырып, уҡыу­сыларҙы артынан эйәртеп, юл ярып бара. Ә уйлап ҡараһаң, уҡытыусы бит балаларҙы белем донъяһына әйҙәп барыусы, яҡтылыҡҡа өндәүсе, нур-ғилем таратыусы, юл күрһәтеүсе маяҡ төҫлө. Ошондай ябай ҙа, бөйөк тә һөнәр эйәһе булыуым менән ысын мәғәнәһендә ғорурланам.
– Яңы уҡыу йылына ниндәй өмөттәр бағлай­һығыҙ?
– Ун беренселәремде үҙ аллы тормошҡа оҙатып, быйыл бишенселәрҙе ҡаршы алдым. Улар ҙа ағай-апайҙары кеүек шәп, тырыш уҡыусылар булырҙар, һынатмаҫтар, тип өмөт итәм. Ҡыҙҙар һәм малайҙар­ҙың күңелендә телгә һөйөү уятып, ылыҡтырып, үҙҙәрен төрлө бәйгеләргә әҙерләү, еңеүҙәр яулау иҫәбем. Әйткәндәй, беҙҙең лицейҙа төбәк-ара олимпиада, бәйгеләр­ҙә призёр булған уҡыусылар өсөн аҡсалата премия менән бүләкләү ҡаралған, ә был иһә улар өсөн тағы ла бер стимул булып тора. Шулай уҡ «Иң яҡшы баш­ҡорт теле һәм әҙәбиәте кабинеты» республика конкурсында ҡат­нашыр­ға ниәтләйем.
– Хыял, уй-теләктәрегеҙ тормошҡа ашһын, Рәсимә Ғайса ҡыҙы! Тынғыһыҙ эшегеҙҙә түҙемлек, яңы асыштар, үрҙәр, ижади уңыштар ғына юлдаш бул­һын. Телһөйәр, илһөйәр, рухлы уҡыусыларығыҙ һеҙҙе ҡыуандырып ҡына торһон. Яҡынлашып килгән һөнәри байрамығыҙ менән ихлас ҡотлайбыҙ!

Юлиә Кирәева
әңгәмәләште.

"Уҡыусыларым менән сикһеҙ ғорурланам"
"Уҡыусыларым менән сикһеҙ ғорурланам"
"Уҡыусыларым менән сикһеҙ ғорурланам"
"Уҡыусыларым менән сикһеҙ ғорурланам"
"Уҡыусыларым менән сикһеҙ ғорурланам"
"Уҡыусыларым менән сикһеҙ ғорурланам"
"Уҡыусыларым менән сикһеҙ ғорурланам"
"Уҡыусыларым менән сикһеҙ ғорурланам"
Автор:Юлиә Кирәева
Читайте нас