+24 °С
Ямғыр
VKOKМакс

Таҫтамал көнө

Дуглас Адамс исемле яҙыусыны беләһегеҙме? «Галактика буйынса автостопта» («The Hitchhiker’s Guide to the Galaxy») тигән романында ул тотош бер бүлеген таҫтамалға арнаған. Ни өсөнмө?

Таҫтамал көнөТаҫтамал көнө
Таҫтамал көнө

Сөнки был ябай әйбер туристың көндәлек тормошонда иң мөһимдәренән һанала. Автостоп менән йөрөүселәр өсөн ул алыштырғыһыҙ. Автор әйтеүенсә, ерҙә йә йыһан киңлегендә сәйәхәттә саҡта һыуыҡта ябынып ятырға, ҡомло пляжда өҫтөндә ятып, диңгеҙ матурлығынан кинәнес алырға, ҡояшта ҡыҙынырға, ағыулы газдарҙы һуламаҫ өсөн башты урарға, яҡтылыҡтан һуҡыраймаҫ өсөн күҙҙәрҙе ҡапларға, һуғыш ҡоралы итеп ҡулланырға була... Һәм, әлбиттә, гигена ҡағиҙәләренә ярашлы, һөртөнөргә мөмкин.

Британия яҙыусыһы Дуглас Адамстың ижадын һөйөүселәр ихтирам йөҙөнән был байрамды уйлап сығарған. Улар был көндө үҙҙәре менән таҫтамал йөрөтә, ошо көн тураһында социаль селтәрҙәр аша дуҫтарына, таныштарына һөйләй. Шулай уҡ төрлө акциялар уҙа: Дуглас Адамс әҫәрҙәре буйынса ҡуйылған фильмдар бушлай күрһәтелә, китаптары түбән хаҡ менән һатыла, уйындар һәм бәйгеләр ойошторола.

Фото https://ttango.ru/ алынды.

Автор:Гөлфирә Ҡарағужина
Читайте нас