

Кемдер сығып китә лә ҡайтмай, эҙһеҙ юҡ була. Ҡайһы берәүҙәр иҫән-һау табыла. Икенсе берәүҙәр бәлә-ҡазаға тарый…
Юғалған балалар көнө тәүҙә Америка Ҡушма Штаттарында 1983 йылда билдәләнә. 1979 йылда мәктәптән ҡайтышлай юғалған малай менән бәйле ул. 6 йәш кенә булһа ла, уҡыуға бер үҙен ебәреүҙәрен үтенә. Әммә дәрестәрҙән һуң өйөнә ҡайтмай. Әсәһе, әлбиттә, саң ҡаға. Аҙналар буйы 100-ҙән ашыу полиция офицеры, ирекмәндәрҙең эҙләмәгән ере ҡалмай, әммә малай табылмай. Күпме хәсрәт, ҡайғы ата-әсә өсөн. Шулай ҙа был фажиғәнән һуң 33 йыл (!) үткәс, 2012 йылда 51 йәшлек енәйәтсе тотола. Ул ваҡытта ҡатыны, ҡыҙы була инде. Таныштарына йәш сағында насарлыҡ ҡылыуы, бер баланың ғүмерен ҡыйыуы тураһында әйтеп һала. Шунан һуң аноним шылтыратыу буйынса хоҡуҡ һаҡсылары уның эҙенә төшә. Бәләкәй генә аҙыҡ-түлек магазинында эшләгән 19 йәшлек егет сағында малайҙы, газлы һыу бирәм, тип әүрәткән. Шунан подвалға алып төшөп быуған…
Енәйәтселәр бөгөн дә кәнфит биреп, көсөк күрһәтәм, уйынсыҡ һатып алам, тиеберәк кескәй балаларҙы алдата, аҙаҡ үҙе менән эйәртеп алып китеүе бар. Тикшереүҙәр күрһәтеүенсә, 50 баланың берәүһе генә сит кешегә ышанмай икән. Был турала онотмайыҡ. Кескәйҙәр урамда аҙашһа, нимә эшләргә кәрәклеген дә атай-әсәйҙәр өйрәтергә тейеш. Иң мөһиме, торған урыныңдан алыҫ китмәҫкә, телефоның булмаһа, ҡысҡырырға. Яҡында полиция будкаһы бар икән, шунда мөрәжәғәт итергә кәрәк. Ҡалала ғына түгел, ауыл-ҡасабаларҙа ла уйнарға йәки магазинға сыҡҡан арала ғына юҡҡа сығыусылар күп. Тимәк, һәр ерҙә, һәр саҡ һаҡ булырға, өлкәндәр улдарын, ҡыҙҙарын күҙ уңынан ысҡындырмаҫҡа тейеш. Иң ҡурҡынысы: юғалған балаларҙың енәйәтсе ҡулынан ғүмере өҙөлөүе. Шуға күрә шик тыуыу менән, ҡайтыр әле, тип көтөп ултырмай, мөмкин тиклем тиҙерәк тейешле урынға мөрәжәғәт итергә кәрәк.
Юғалмаһын ине балалар…
Фото: yandex.ru.