

Һин минең дошмандарымды тапаясаҡһың, ә дуҫтарымды үҙеңдә йөрөтәсәкһең. Һиңә һыбай атланып, миңә доға уҡыясаҡтар. Бөтә Ер йөҙөндә иң бәхетлеләрҙән буласаҡһың һәм һине бөтә йән эйәләренән дә нығыраҡ ҡәҙерләйәсәктәр. Сөнки Ер хакимы һөйөүенә эйә буласаҡһың. Һин ҡанатһыҙ осасаҡһың һәм ҡылысһыҙ еңәсәкһең...» – ти ғәрәп риүәйәте.
Был хикәйәтте юҡҡа килтермәнем. Бөгөн – Атлы көнө. Йылҡы малына ҡағылышы булғандарҙың рәсми булмаған байрамы.
Ат кешенең дуҫы ғына түгел, ә ярҙамсыһы ла. Тормошбоҙҙоң айырылғыһыҙ өлөшө ул. Әлеге көндә бейә һөтөнә ихтыяж ҙур. Сөнки ҡымыҙ – йәнгә сихәт биреүсе дауа. Шулай уҡ иппотерапия аша балалар һәм өлкәндәр һаулыҡтарын нығыта. Башҡортостанда был йүнәлеш буйынса республика үҙәге лә булдырылған (https://ippoufa.ru/).
Йылҡы малына битараф булмағандарҙың барыһын да был байрам менән ҡотлайым.
Фото https://vk.com/photo-49836799_456240634 алынды.