+18 °С
Ясна
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар

«Ҡуңыҙ, себендәрҙе шайтан булдырған»

Фирҙәүес Хисаметдинованың 2010 йылда нәшер ителгән «Башҡорт теленең мифологик һүҙлеге»ндә «ҡуңыҙ» һүҙенә шундай аңлатма бирелгән.

«Ҡуңыҙ, себендәрҙе шайтан булдырған»
«Ҡуңыҙ, себендәрҙе шайтан булдырған»

Әлбиттә, ҡуңыҙҙар – ҡоротҡос бөжәк. Шуға ла баҡсасылар көн йылыныу менән уларға көрәш башлай. Сөнки улар ағастарҙың япраҡтарын, тамырҙарын, сәскәләрҙең, йәшелсәләрҙең яңы сығып килгән үҫентеләрен ашай.

Шулай ҙа уларҙың үҙ көндәре лә бар икән. Мәҫәлән, бөгөн – Июнь ҡуңыҙы көнө. Уның тураһында нимәләр билдәле икән? Был ҡуңыҙ һоро төҫтә. Кәүҙәһенең оҙонлоғо – 14 – 18 миллиметр. Ылыҫлы урмандарҙы үҙ итәләр. Емеш-еләк үҫкән баҡсаны ла яраталар.

Июнь ҡуңыҙҙары һауала ҡанаттары менән көслө тауыш сығаралар. Баҡтиһәң, өйкөм-өйкөм тупланып осҡан был бөжәктәрҙең тауышы трансформатор йә башҡа электр ҡорамалының геүләүенә тиң.

Фото: dr-dez.ru

Автор:Гөлфирә Ҡарағужина
Читайте нас: