+9 °С
Болотло
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар

Ә һеҙҙеке ниндәй марка?

Был әйбер бөгөн һәр өйҙә бар.

Ә һеҙҙеке ниндәй марка?
Ә һеҙҙеке ниндәй марка?

Элек иҙәндәге саңды, ҡыйҙы һепертке менән таҙартһаҡ, хәҙер саң һурҙырғыс ярҙамға килә. 153 йыл элек тап ошо көндә был әйбергә патент алынған икән. Уйлап табыусы Айвз Макгаффни «Вихрь» («Whirlwind») тигән ҡулайлама барлыҡҡа килтерә. Бик ҡатмарлы нәмә була ул. Сөнки өй йыйыштырған мәлдә саң һурҙырғысты этеп йөрөтөргә һәм бер ыңғайы уға ҡуйылған вентиляторҙың тотҡаһын борорға кәрәк булған. Заман үтә килә был ҡулайлама еңелләште, ҡулланыуға уңайлы. Хатта робот саң һурҙырғыстар ҙа һатыуҙа килеп сыҡты. Уларға гаджетҡа ҡуйылған ҡушымта аша ғына идара итеп була.

Ә һеҙҙең өйҙә саң һурҙырғысығыҙҙың маркаһы ниндәй?

Фото http://art-rosa.ru/ алынды.

Автор:Гөлфирә Ҡарағужина
Читайте нас: