-3 °С
Болотло
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар

Халыҡ-ара балалар үҙәге

1925 йылдың 16 июнендә «Артек»та беренсе смена асыла.

Халыҡ-ара балалар үҙәге
Халыҡ-ара балалар үҙәге

Унда Мәскәүҙән, Иваново-Вознесенскиҙан һәм Ҡырымдан бөтәһе 80 пионер килә. Икенсе йылына Германиянан делегация ял итә.

«Артек» шифаханаһы Ҡыҙыл Тәре йәмғиәтенең рәйесе Зиновий Соловьёвтың башланғысы менән асыла. Табип Фёдор Шишмарёв беренсе етәксеһе була. Иң тәүҙә туберкулёз менән ауырыған балалар өсөн тәғәйенләнә.

Һуғышҡа тиклем «Артек»та 35 меңгә яҡын бала ял итә. 1930 йылдан «Артек» йыл әйләнәһенә эшләй башлай. Ҡырымды азат иткәндән һуң, 1944 йылда лагерҙы тергеҙеү башлана. Еңеүгә өс ай ҡалғас, 9 февралдә, Ялта конференцияһында ҡатнашыусыларҙы тәбрик итәләр. Ә 1958 йылда «Артек» халыҡ-ара лагеры рәсми статусын ала.

Советтар Союзы осоронда «Артек»ка юллама мәктәп уҡыусылары өсөн иң абруйлы бүләк һанала ине. Пионерҙарҙың иң-иңдәре генә лайыҡ ине уға. Әлеге көндә лә төрлө өлкәлә уңыштары күп булған балалар ял итә унда.

Бөгөнгө көндә «Артек»та 400-гә яҡын бина һәм ҡоролма бар. 2014-2015 йылдарҙа уның тирә-яғы төҙөкләндерелә, корпустар тергеҙелә. Былтыр Рәсәй Федерацияһы Хөкүмәте «Артек»тың 2025 йылдың аҙағына тиклем үҫеш программаһын раҫланы.

Фото: wikiway.com

Автор:Гөлфирә Ҡарағужина
Читайте нас: