+1 °С
Ҡар
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар

Уларға юғалыу ҡурҡынысы янай

Биш йыл дауамында 17 июндә Бөтә донъя крокодил көнө билдәләнә.

Уларға юғалыу ҡурҡынысы янай
Уларға юғалыу ҡурҡынысы янай

Был йыртҡыстар ҡурҡыныс булһалар ҙа, тәбиғәттә уларҙың роле ҙур. Мәҫәлән, һыуҙың таҙалығы уларға бәйле. Үҙенең табышын ауырыу булыуға ҡарамаҫтан, ашай, сөнки ашҡаҙанында вирустарға ҡарата иммунитеты бар. Шуның арҡаһында тирә-яҡты бысраныуҙан һаҡлай.

Крокодилдар сәйнәй белмәй, шуға һунар иткәндә хайуандарҙы өҙгөсләп, өлөшләп йота. Баҡтиһәң, уларҙың тештәре ике йылға бер алышына икән.

Бөгөнгө көндә крокодилдарға тиреһенә ҡыҙығып, һунар ойоштороп, вәхшиҙәрсә ҡыралар. Шуға уларҙың һаны ҡырҡа кәмегән. Башҡа бер йән эйәһенә лә оҡшамаған был йән эйәләрен һаҡлап ҡалыу ниәтенән ошо көн булдырылған.

Фото: strangeplanet.ru

Автор:Гөлфирә Ҡарағужина
Читайте нас: