+16 °С
Болотло
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар

Ҡыҙҙырылған картуф көнө

Бала саҡта табала ҡыҙҙырылған картуфтың кетерҙәп торған өлөшөн ярата инек.

Ҡыҙҙырылған картуф көнө
Ҡыҙҙырылған картуф көнө

Баҡтиһәң, бөгөн шул ризыҡтың килеп сыҡҡан көнө икән. Хәҙерге балалар уны «картошка фри», ти. Әлбиттә, уның бешереү ысулы икенсе, әммә беҙҙең телдә яңғырашы бер.

Бельгия менән Франция ҡыҙҙырылған картуфты үҙҙәре уйлап сығарған, тип һанай. Ә американдар 1802 йылда беренсе тапҡыр ауыҙ итә уны. Балалар ҙа, өлкәндәр ҙә берҙәй яратып ашай. Оҙонса ҡырҡылған картуфты майҙа ҡыҙҙырып, эҫе килеш соус менән табынға бирәләр. Өй шарттарында үҙегеҙ эшләп ҡарар өсөн рецепт: 4 кешелек порцияға 3 картуф, 100 мл үҫемлек майы, тоҙ кәрәк буласаҡ. Картуфты әрсеп, йыуғас, оҙонса итеп турайбыҙ. Һыуыҡ һыуҙа 15 минут тотҡас, киптерәбеҙ. Табаны ҡыҙҙырғас, үҫемлек майын ҡоябыҙ. Картуфты ҡыҙған майға һалғас, 5 – 7 минут ҡыҙҙырабыҙ. Әҙер булғас, артыҡ майы һеңһен өсөн салфеткаға һалабыҙ һәм тоҙ һирпәбеҙ. Кафе, ресторандағы һымаҡ ҡыҙҙырылған картуф әҙер.

 

Фото: https://history-doc.ru/istoriya-veshhej/eda/kto-pridumal-kartoshku-fri/

Автор:Гөлфирә Ҡарағужина
Читайте нас: