+1 °С
Ҡар
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар

Ҡарағат ҡыҙыл була...

Ҡараһы ла, ҡыҙылы ла, ағы ла бар ҡарағаттың.

Ҡарағат ҡыҙыл була...
Ҡарағат ҡыҙыл була...

Бөгөн Рәсәйҙә Ҡарағат көнө билдәләнә. Рәсми байрам булмаһа ла, был көндө баҡсасылар төрлө бәйгеләр, фестивалдәр уҙғара, бер-береһе менән уны үҫтереү серҙәрен уртаҡлаша.

Был емеш, С, В12, Е һәм А витаминдарына бай. Көн һайын 50 грамм ҡарағат ашаһаң, организмға етерлек С витамины тупларға була, тиҙәр.

Хужабикәләр ҡарағаттан ҡышҡылыҡҡа сәй ҙә, ҡайнатма ла әҙерләй. Урманда ла, баҡсала ла үҫкән был үҫемлекте барыбыҙ ҙа яратып ашайбыҙ, файҙаһын күрәбеҙ. Шуға бындай байрам булыуы шәп бит, дуҫтар.

Фото: show.7ya.ru

Автор:Гөлфирә Ҡарағужина
Читайте нас: