+1 °С
Болотло
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар

Бөгөн – Йомаҡ ҡойоу көнө

Йомаҡ — халыҡ ижадының иң боронғо жанрҙарының береһе. Йомаҡтар кешеләрҙең, айырыуса балаларҙың, тапҡырлығын һынау һәм зирәклеген үҫтереү сараһы булараҡ ҡулланыла. «Йомаҡ» атамаһы башҡорт халҡында йомоу һүҙенән килеп сыҡҡан, йәғни йомаҡ - ул уйҙы йомоп, йәшереп әйткән фекер.

Бөгөн – Йомаҡ ҡойоу көнө
Бөгөн – Йомаҡ ҡойоу көнө

Әйҙәгеҙ әле, йомаҡ ҡойошоп алайыҡ. Беҙ башлайбыҙ.

Тауышы бар, һүҙе юҡ,

Һөйләшергә үҙе юҡ.

Кем яуабын белә? Нимә була? Беренсе булып яуап табыусы, уйынды дауам итеп, тағы ла йомаҡ ҡалдырһын.

Фото: pattayahospital.com

Автор:Юлиә Кирәева
Читайте нас: