-3 °С
Болотло
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар

Һулға боролоу көнө

Һулға, тигәндән, ғәрәп яҙмаһында ла текст уң яҡтан башланып, һулға табан китә бит.

Һулға боролоу көнө
Һулға боролоу көнө

Ә әкиәттәрҙә батыр юл сатына килеп туҡтағас, һәр саҡ һайлау алдында тора. «Уңғамы, һулғамы, тура юлданмы?»

«Урал батыр» эпосында ошондай юлдар барығыҙға ла мәғлүм:

Ҡарт уйланып торған да,

Һаҡалын һыпырып,

Быларға күҙ йөрөтөп,

Ике юлды күрһәтеп,

Былай тиеп әйткән, ти:

«Бына һеҙгә ике юл:

Һулға китһәң, юл буйы –

Уйын-көлкө төн буйы,

Ҡайғы-этлек күрмәйсе,

Барлығын да белмәйсе,

Рәхәт йәшәй байманда;

Бүре, һарыҡ яланда,

Төлкө, тауыҡ урманда

Бергә йәшәп, дуҫ булып,

Самрау ҡошҡа баш эйеп,

Ҡан да эсмәй, ит еймәй,

Һис Үлемгә юл ҡуймай

Йәшәп килгән бер ил бар;

Яҡшылыҡҡа яҡшылыҡ

Ҡыла торған йола бар.

Уңға китһәң, юл буйы –

Илау-һыҡтау йыл буйы;

Яуызлыҡта дан алған,

Батшаһынан, башҡаһынан

Ҡайғы, этлек күреүсе,

Ҡанлы йәшен түгеүсе

Ҡатил батша иле бар;

Тау-тау кеше һөйәге,

Ҡанға батҡан ере бар».

Тимәк, «уң», «һул» төшөнсәләре меңәр быуат элек тә билдәле булған. Шлуай булғас, Һулға боролоу көнө бар икән, бер ҙә ғәжәпләнәһе түгел.

 

Фото: arttalk.ru

Автор:Гөлфирә Ҡарағужина
Читайте нас: