+17 °С
Болотло
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар
Был ниндәй көн икән?
2 Август 2022, 15:01

Һағынғанда сәләм хатын ҡайҙан алаһың?

Матбуғат менән дуҫһыңмы? Хат, посылка, квитанция килтерәләрме? Тимәк, һеҙҙә почта йәшниге бар.

Һағынғанда сәләм хатын ҡайҙан алаһың?
Һағынғанда сәләм хатын ҡайҙан алаһың?

Бөгөн бөтә донъяла Почта йәшниктәре көнөн билдәләйҙәр. Рәсәйҙә иң беренсе почта йәшниген 1848 йылда ҡуйғандар, ә Өфөлә 1902 йылда барлыҡҡа килгән. Ул тимерҙән эшләнгән, ә тышы йәшел төҫкә буялған булған. Ә бөгөнгө көндә улар башлыса зәңгәр төҫтә. Һайлау мөмкинлеге киң, шуға почта йәшниктәрен һәр кем үҙе теләгәненә өҫтөнлөк бирә инде.

Интернет донъяһы үҫешкән һаналһа ла, ябай халыҡ та, ойошмалар ҙа әле һаман почта бүлексәләре аша хаттар, посылкалар һалыу һәм алыу буйынса бик әүҙем. Тимәк, электрон йәки һанлы хәбәрҙәр ҡағыҙҙы тулыһынса алыштыра алмай.

 

Фото: vk.com

Автор:Гөлфирә Ҡарағужина
Читайте нас: