+1 °С
Ҡар
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар
Был ниндәй көн икән?
3 Август 2022, 09:00

Ҡарбуз көнө

Археологтар уны Көньяҡ Африканан бөтөн донъяға таралған, тип раҫлай.

Ҡарбуз көнө
Ҡарбуз көнө

Ә беҙҙә был емеш XI – XII быуаттарҙа барлыҡҡа килгән.

Әстерхан, Ростов, Ставрополь, Краснодар яҡтарынан алып киленгән ҡарбуздар иң тәмлеһе, иң татлыһы, минеңсә. Ә Ырымбур өлкәһенең Тоҙло Илек (Соль-Илецк) ҡалаһында йыл һайын Ҡарбуз фестивале уҙғарыла.

Ҡарбуздың файҙаһы тураһында әйтеп тораһы ла түгел. Кем уны йыш ашай, шуның бөйөрө таҙара. Шулай уҡ йөрәк, бауыр ауыртҡанда ла ҡарбуз ашарға тәҡдим итәләр. Һыуһынды ҡандырыусы был аҙыҡта һыу ғына өҫтөнлөк итмәй, ә С, Р витаминдары ла, калий, магний, натрий, фосфор ҙа бар.

Ҡарбуз яратыусылар 3 августы байрам итеп юҡҡа һайламағандарҙыр. Сөнки тап ошо айҙа өлгөрөп етә ул. Бөгөн уның хөрмәтенә төрлө бәйгеләр уҙғарыла: тиҙлеккә ашау, алыҫлыҡҡа ырғытыу, иң матур скульптура һәм башҡалар.

 

Фото: kartinkof.club

Автор:Гөлфирә Ҡарағужина
Читайте нас: