-2 °С
Болотло
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар
Был ниндәй көн икән?
4 Август 2022, 11:10

Ҡәҙерле һандығым

 Элек-электән ҡыҙ баланы кейәүгә биргәндә һандыҡ менән оҙатҡандар.

Ҡәҙерле һандығым
Ҡәҙерле һандығым

Уның эсенә йыйналған бирнә һалғандар. Йәш килендең уңғанлығын һандыҡтағы ҡул эштәренә ҡарап баһаланған. Ә бөгөн билдәләнгән Ҡәҙерле һандыҡ көнө, ғөмүмән, һандыҡтарға бағышлана. Борон замандарҙа ул иң төп йыһаз булып һаналған. Һандыҡ өҫтәл, ултырғыс, шкаф, хатта карауат булараҡ та ҡулланылған. Күсмә тормош менән йәшәгәндә атай-олатайҙарыбыҙ уны быуындан быуынға мираҫ итеп тапшырған. Алыҫ юлда йөрөүсе сауҙагәрҙәр, илселәр үҙҙәренең бәләкәй һандыҡтарында мөһим рәсми ҡағыҙҙар, затлы әйберҙәр һаҡлап йөрөткән.

Әлеге көндә лә һәр өйҙә тиерлек был йыһазды күрергә мөмкин. Республиканың һәр төбәгендә һандыҡ яһау буйынса үҙ оҫталары бар. 2020 йылда Бөтә донъя фольклориадаһына арнап «Һандыҡ-шоу» уҙҙы. Ә 2016 йылдағы беренсе Һандыҡ байрамында Әбйәлил, Учалы, Илеш, Мәләүез, Иглин, Краснокама райондарынан, Ырымбур өлкәһенең Красногвардейский районынан оҫталар ҡатнашты.

Фотола – Әбйәлил районынан Азамат Һибәтов яһаған һандыҡ.

Фото: https://vk.com/id497177553?z=photo497177553_456239432%2Fphotos497177553

Автор:Гөлфирә Ҡарағужина
Читайте нас: