+21 °С
Болотло
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар
Был ниндәй көн икән?
4 Август 2022, 13:15

Күршебеҙгә ҡунаҡ килгән

«Ҡунаҡсыллыҡ – беҙҙең беренсе милли һыҙат», – тип әйткән, ти, берәү.

Күршебеҙгә ҡунаҡ килгән
Күршебеҙгә ҡунаҡ килгән

Был һүҙҙәр менән килешһәгеҙ, йәйҙең ошо матур көнөндә сыҡырығыҙ әле ҡунаҡҡа! Йә булмаһа, әйҙәгеҙ, үҙегеҙ рәхим итегеҙ. Сөнки бөгөн – Ҡунаҡ көнө. Табынға тиҙ генә нимәлер әҙерләп ебәрергә, тип аптырамағыҙ. Бына рецепт та тәҡдим итәбеҙ. Йәшелсәләр менән «Итле китап»ты әҙерләр өсөн тауыҡ түшенең ите, помидор, болғар боросо, картуф, бер баш һарымһаҡ, тоҙ, борос кәрәк буласаҡ. Ҡалай табаны йә духовка өсөн быяла һауытты майлап, итте телемдәргә бүлеп һалығыҙ, һарымһаҡ өҫтәгеҙ, тоҙ, борос һибегеҙ. Күңелегеҙ нисек теләй, шулай турап (шаҡмаҡлап йә түңәрәкләп), помидор, картуф, болғар боросон ит өҫтөнә һалығыҙ. Дөрөҫ туҡланыуға өҫтөнлөк бирмәһәгеҙ, майонез да ҡушырға була. Өҫтөн фольга менән ҡаплап, мейестә 40 минут бешерегеҙ.

Әгәр әҙерләнеүгә ваҡытығыҙ тар йә ҡатмарлы икән, магазиндан әҙер аҙыҡ, тәмлекәс алып ҡайтып һыйланһағыҙ ҙа була. Ни булһа ла, табындарығыҙ ҡунаҡтан өҙөлмәһен.

 

Фото: https://xn--74-6kcq7bhn4g.xn--p1ai/

Автор:Гөлфирә Ҡарағужина
Читайте нас: