+16 °С
Болотло
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар
Был ниндәй көн икән?
10 Август 2022, 09:53

Кейектәр батшаһы

«Урал батыр» эпосында шундай юлдар бар: «Ике улын ике арыҫланға мендереп оҙатҡан, ти». «Арыҫлан» һүҙе лә күп тапҡырҙар ҡабатлана бөйөк ҡомартҡыбыҙҙа. Тимәк, беҙҙең ата-бабалар арыҫлан, юлбарыҫтар менән йәнәш йәшәгән. Уларҙы иң беренсе ҡулға эйәләштереүселәр ҙә, бәлки, башҡорттарҙыр. Был юлдарҙы яҙыуымдың сәбәбе шул: бөгөн – Бөтә донъя арыҫлан көнө.

Кейектәр батшаһы
Кейектәр батшаһы

Был байрам туғыҙ йыл элек барлыҡҡа килгән. Уның маҡсаты: йыл һайын был хайуандарҙың әҙәйеүенә кешеләрҙең иғтибарын йәлеп итеү. Сөнки арыҫландарҙың күп төрҙәре юғалыу сигендә. Мәҫәлән, Африка арыҫланы күптән «Ҡыҙыл китап»ҡа индерелгән. Әгәр бер ни ҙә хәл ителмәһә, башҡа төрҙәренә лә юғалыу хәүефе янай.

Был көндө бөтә донъя буйлап «түңәрәк өҫтәл»дәр ойошторола. Унда зоологтар, тәбиғәт һаҡсылары ҡырағай шарттарҙа арыҫландарҙы һаҡлау тураһында фекер алыша, браконьерлыҡҡа ҡаршы көрәш хаҡында һүҙ алып бара. Шулай уҡ кейектәр батшаһына арнап, фотокүргәҙмәләр уҙа, фильмдар күрһәтелә.

Фото: krasivosti.pro

Автор:Гөлфирә Ҡарағужина
Читайте нас: