+17 °С
Болотло
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар
Был ниндәй көн икән?
19 Август 2022, 09:30

Филателия көнө менән!

Һеҙ һүрәттә күргән ошо марканы әле аукционда 414 һумға һаталар. Бөгөн Филателия көнө булғас, бер аҙ тарихҡа күҙ һалайыҡ әле.

Филателия көнө менән!
Филателия көнө менән!

Почта маркалары барлыҡҡа килеү менән филателия менән мауығыусылар күбәйә. 1888 йылда Бельгияның Антверпен ҡалаһында беренсе тапҡыр халыҡ-ара күргәҙмә ойошторола. Ә уға тиклем 1839 йылда Бөйөк Британияла «Ҡара пенни» тип аталған стандарт почта маркаһы барлыҡҡа килә. Уның хаҡы 1 пенни, йәғни 50 тин була. 1866 йылда филателистарҙың берләшмәһе ойошторола.

Донъялағы иң ҡыйбатлы марка – «Британ Гвианаһы». Ә иң билдәлеһе – «Алһыу Гвиана».

«Алһыу Гвиана» тигәндә, 1873 йылда 12 йәшлек шотланд уҡыусыһы ағаһының хаттары араһында үҙенсәлекле экземпляр таба. Ул үҙенең тиңдәштәре кеүек, маркалар коллекцияһын туплау менән шөғөлләнә. Табышын малай 6 шиллингҡа (яҡынса 21 һумға) Нил Росс Мак-Киннонға һатып ебәрә. Унан һуң Ливерпуль сауҙагәре Томас Ридпат ҡулына эләгә ул. Германия, Франция илдәрендә була был марка, ә аҙаҡ Нью-Йорк ҡалаһында «Алһыу Гвиана»ны аукциондан 9 миллион 480 мең долларға Стюарт Вейцман һатып ала.

Рәсәйҙә беренсе почта маркаһы 1857 йылдың 22 декабрендә барлыҡҡа килә. Ә Башҡортостан тураһында, башҡорттар төшөрөлгән марка 1933 йылда «Рәсәй халыҡтары» серияһында баҫылып сыға. Башҡорт көнкүрешен һынландырған марка әлеге көндә сағыштырмаса һирәк һанала һәм арзан түгел!

Беҙҙең илдә лә маркаларҙың ҡиммәтлеләре бар. Мәҫәлән, «Тифлис уникаһы»ның хаҡы – 480 мең евро. Улар донъяла биш экземпляр ғына. Ә «Консул илле тинлеге» маркаһын 2009 йылда аукционда 70 мең долларға һатҡандар.

Бөгөнгө көндә почта маркаларына ихтыяж юҡ, тиерлек. Әммә кем белә, бәлки, бөгөн йыйған почта маркаларының хаҡы бер нисә йылдан күтәрелеүе лә мөмкин. Йәш быуын филателистары, бәлки, әле үк уларҙы йыя башлағандарҙыр.

Почта маркаһы көнө менән, дуҫтар!

Фото: meshok.net

Филателия көнө менән!
Филателия көнө менән!
Автор:Гөлфирә Ҡарағужина
Читайте нас: