+13 °С
Ясна
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар
Был ниндәй көн икән?
24 Октябрь 2022, 15:13

Уҡыған ил уңыр

Йыл һайын Халыҡ-ара мәктәп китапханалары көнө билдәләнә. Октябрь айының дүртенсе дүшәмбеһенә тура килә ул.

ЮНЕСКО тарафынан был көн 1999 йылда булдырылған. Быйылғы йылдың темаһы – «Глобаль донъя һәм аһаңлелек өсөн уҡыуҙар». Мәктәп китапханаларында оҫталыҡ дәрестәре, байрамдар уҙғарыла, ҡыҙыҡлы проекттар тормошҡа ашырыла.

Әҙәбиәт аша беҙ кешелектең төп ҡиммәттәренең асылына төшөнәбеҙ. Шуға күрә йәш китап һөйөүселәрҙең күңеленә китап аша изгелек орлоҡтары сәсеү һәр беребеҙҙең ҡулынан килә торған эш.

  

Фото: brsbs.ru

Автор:Гөлфирә Ҡарағужина
Читайте нас: