-4 °С
Ҡар
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар
Был ниндәй көн икән?
25 Октябрь 2022, 11:55

Бөтә донъя рәссамдар көнө

Был байрам 2004 йылдан алып билдәләнә.

Рәссамдарҙың мәҙәни үҫешебеҙгә күп өлөш индереүҙәрен һыҙыҡ өҫтөнә алыр өсөн булдырылған был көн. Нисәмә быуат инде илһамланған кеше үҙенең кисерештәрен, тойғоларын һүрәттәр аша сағылдыра. Леонардо да Винчи, Микеланджело Буонарроти, Рафаэль Санти, Тициан Вечеллио, Пабло Пикассо, Марк Ротко, Иван Айвазовский, Карл Брюллов, Иван Крамской, Виктор Васнецов, Василий Перов, Исаак Левитан, Илья Репин, Валентин Серов, Михаил Врубель, Казимир Малевич, Марк Шагал, Хаим Сутин, Николай Рерих, Наталья Гончарова, Ҡасим Дәүләткилдеев, Әхмәт Лотфуллин, Ғәлиә Имашева, Михаил Нестеров, Александр Тюлькин, Борис Домашников, Александр Бурзянцев, Рәшит Нурмөхәмәтов, Ғабдулла Мостафин, Фәйзрахман Исмәғилев, Айрат Тереғолов, Жәлил Сөләймәнов, Әмир Мәзитов, Хатип Фазылов... Исемлекте туҡтауһыҙ дауам итергә була. Уларҙың ижадтары аша күңелдәребеҙҙе яңыртабыҙ, байытабыҙ. Беҙҙе уратып алған донъя бик матур һәм ҡабатланмаҫ булған кеүек, картиналар ҙа күп төрлө һәм ғәжәйеп.

Һүрәттә Винсент Ван Гогтың иң ҡиммәтле (яҡынса 5 миллиард һум) картиналарының береһе – «Һөрөлгән баҫыу һәм һабансы».

 

Фото: moneyscanner.net

Автор:Гөлфирә Ҡарағужина
Читайте нас: